Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2018, 02:00

Китаптар хужабикәһе

Кинйәкәй ауылы китапханасыһы Әлфиә Кинйәбаева һөнәренән кинәнес табып эшләй. Китапхананы үҙ ҡулдары менән матур итеп биҙәп, нурландырып ебәргәс, халыҡ та был урынға тартылып тора.

Клуб, китапханалар – ауылдарға ҡот, рух өҫтәп тороусы бер үҙәк. Сәхнәлә артистар сығыш яһағанда уларҙың йырҙарының моңо, бейеүҙәренең дәрте лә тамашасыларға күскән һымаҡ, китапты йәки гәзит-журналды ҡулға тотоп уҡыу ҙа үҙе бер мауыҡтырғыс донъя. Уҡыу ләззәтен, тәмен бер тойғандар унан бер ҡасан да айырылмай.

Кинйәкәй ауылы китапханасыһы Әлфиә Кинйәбаева һөнәренән кинәнес табып эшләй. Китапхананы үҙ ҡулдары менән матур итеп биҙәп, нурландырып ебәргәс, халыҡ та был урынға тартылып тора. Китапхана яңынан-яңы китаптар менән тулылана, гәзит-журналдарҙың да төрлөһө бар. Күңелеңә хуш килгәнен һайлап алырға ғына ҡала.


- Йәйге мәшәҡәттәрҙән арынғас, көҙгө, ҡышҡы осорҙа китапханаға килеүселәр бигерәк тә күбәйә. Ололар ғына түгел, балалар ҙа беҙҙән өҙөлмәй, - ти ул.


Әлфиә Ғәлимйән ҡыҙы үҙ һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, яҡшы ҡатын, матур әсәй ҙә. Ире Самат Ильяс улы менән өс балаға матур тәрбиә бирәләр. Ҡыҙҙары Румия Стәрлетамаҡта төҙөлөштехникумында уҡып йөрөй, улдары Ғәлинурға – 12, Ғәлимгә 8 йәш. Бәләкәйҙән хеҙмәт яратып үҫһендәр, тәртипле, кешеләргә ярҙамсыл булыһындар өсөн тырыша ата-әсә.


- Уҡытыусылары, тәрбиәселәре тарафынан балаларыбыҙ тураһында йылы һүҙҙәр ишетеү беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Артабан да һынатмаһындар. Киләсәктә илебеҙҙе, республикабыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерерҙәр, файҙалы кешеләр булырҙар тигән өмөттәбеҙ, - ти Әлфиә Ғәлимйән ҡыҙы.


Әсә кешенең теләге ҡабул була тиҙәр. Кинйәбаевтарҙың да балаларына бағлаған ышаныстары мотлаҡ аҡланыр.




Фото: автор.


Читайте нас: