Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 02:00

Йондоҙҙары эргәһенә - батыры!

Хәҙер заманаһы шундай – берәй яңылыҡ була ҡалһа, интернет “һөйөнсөләй” һала. Гөлшат менән Аяз КҮСКИЛДИНДАРҘЫҢ күп балалы ғаиләләр сафын тулыландырыуы хаҡында ла шунан белдек. Ике ҡыҙҙарына иш булып, улдары тыуған!

Хәҙер заманаһы шундай – берәй яңылыҡ була ҡалһа, интернет “һөйөнсөләй” һала. Гөлшат менән Аяз КҮСКИЛДИНДАРҘЫҢ күп балалы ғаиләләр сафын тулыландырыуы хаҡында ла шунан белдек. Ике ҡыҙҙарына иш булып, улдары тыуған!

Полиция капитаны Аяздың һөнәри байрамына Гөлшат бүләктең иң ҙурын әҙерләп ҡуйған булып сыҡты – ниндәй ир улы - нәҫел дауамы тураһында хыялланмаһын!


- Ғаиләбеҙҙә балалар күмәк булырға тейеш тигән уй өйләнешкәндә үк булды. Нәргизәгә - 12, Айгизәгә - 7 йәш, уларҙың ҡустыларын нисек көтөп алғанын күрһәгеҙ! Ике ҡыҙҙан һуң малайыбыҙ тыуыуын Хоҙай бүләге тип ҡабул иттек, - ти Гөлшат. - Өс бала әсәһе булыу үҙенә күрә бер рухи юғарылыҡ, яуаплылыҡ талап итә. Улымды ҡосағыма алғас, үҙемдең ни тиклем бәхетле кеше икәнемде аңланым.


Әлеге көндә Силәбе өлкәһенең Сатка ҡалаһында эшләгән-йәшәгән парҙы ишембайҙар яҡшы белә. Аяз байтаҡ йылдар ЮХХДИ-ла, юл-патруль хеҙмәтендә тырышһа, Гөлшат Ишембай телевидениеһы башҡорт студияһының сағыу йондоҙо булды. Һәләтле кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, Сатҡа мәҙәниәт йортонда ул “Дарман” төркөмө етәксеһе, хореограф эшен алып бара. Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙе берләштереү, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерешеү кеүек ҙур бурыс иңендә. Яҙмыш, эш сит тарафтарға илтһә лә, Күскилдиндар өсөн Ишембай тыуған ҡала, ғаилә менән төпләнгән ер булып ҡала. Бәпестәренә алты көн тигәндә ҡайтып, хатта исем ататыуҙы ла Кантюковка мәсетендә атҡарып ҡуйғандар. Исемен дә һайлай белгәндәр: Нәзир – өлгө, үрнәк тигәнде аңлата. Өлгөнөң дә ниндәйе бит әле – йәш парҙар, һеҙгә ишара!



Фото: Кускилдиндарҙың ғаилә архивынан.


Читайте нас: