Бындай шылтыратыуҙарҙы Ишембай үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе тәүлек әйләнәһенә ҡабул итә. Тик тиҙерәк килеп етер өсөн машиналарҙың заманса һәм яңы булыуы ла кәрәк бит әле. Был йәһәттән беҙҙә хәлдәр нисек тора һуң? Ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе мөдире Александр Вадимович Смирнов менән был хеҙмәттең эшмәкәрлеге, ундағы проблемалар тураһында әңгәмәләштек.
- Беҙҙә бөтәһе 9 ашығыс хеҙмәт машинаһы иҫәпләнә, шуның етәүһе - ҡалала, икәүһе Петровск участка дауаханаһы һәм Маҡар табип амбулаторияһы ҡарамағында. Барлыҡ машиналар ҙа ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған, шулай булғас, уларҙың ҡайҙалығы, күпме ваҡыт йөрөүе барыһы ла күҙәтелә бара. “Ни өсөн ашығыс ярҙам хеҙмәте оҙаҡ килмәне?” тигән һорау тыуғанда беҙ, компьютерға ҡарап, уның күпме ваҡыт эсендә барып етеүен тикшереп әйтә алабыҙ. Йыш ҡына бындай дәғүәләр нигеҙһеҙ булып сыға. Ә инде транспорттың заманса, яңы булыуына килгәндә, декабрь-ғинуар айҙарында стандарт буйынса йыһазландырылған яңы ашығыс ярҙам машиналар ҡайтыуы көтөлә, был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ.
- Ә шулай ҙа, ғөмүмән, ашығыс ярҙам уға мохтаж кешегә күпме ваҡытта барып етергә тейеш?
- Саҡырыуҙар ике төргә бүленә - экстрен һәм кисектергеһеҙ. Кеше ғүмеренә хәүеф янағанда, мәҫәлән, юл-транспорт фажиғәләре, янғын, имгәнеү-йәрәхәтләнеүҙәр, инсульт, инфаркттар - экстрен саҡырыуҙарға ҡарай. Уларға ашығыс ярҙам машинаһы 20 минут эсендә барып етергә тейеш. Ә бына, мәҫәлән, хроник ауырыуҙар киҫкенләшеүе кисектергеһеҙ саҡырыуҙарға ҡарай. Был осраҡта беҙҙең ярҙамдың ике сәғәт эсендә лә барып етеүе ихтимал.
- Ә кисектергеһеҙ тигәнегеҙгә лә, бәлки, экстрен ярҙам кәрәктер. Быны нисек билдәләй алаһығыҙ?
- Диспетчер хеҙмәтендә 10 йылдан ашыу эш стажы булған фельдшерҙар ултыра. Улар шылтыратыу ҡабул иткәндә үк кемгә ниндәй кимәлдә ярҙам кәрәклеген аңлай.
- Башлыса кемдәр һеҙҙең ярҙамға мохтаж?
- Миҙгеленә ҡарап. Мәҫәлән, яҙын, көҙөн, ҡышын йөрәк-ҡан тамырҙары, киҙеүҙәр һәм уның өҙлөгөүҙәренә бәйле сирҙәр йышая. Һуңғы ике аҙнала, мәҫәлән, тәүге урынды юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусылар һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ауырыуҙары тәшкил итте.
Быйыл инсульт кисереүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Әйтеп үтеүемсә, юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусыларҙың артыуы хәүефләндерә. Кеше үҙ һаулығына иғтибарлы булһын ине. Ашығыс ярҙам килеп, укол яһап китеп кенә ауырыу үтмәй. Был осраҡта участка табибына барырға, уның дауалауҙарын үтәргә, табип күҙәтеүендә торорға кәрәк. Тейешенсә дауаланмаған гипертония инсультҡа килтерә.
- Нисек кенә булмаһын, һеҙҙең ярҙамдың ваҡытында күрһәтелеүе мөһим.
- Шулай. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта ғына биш кешене клиник үлем хәленән сығарҙыҡ. Ваҡытында реанимацион саралар уҙғарылыуы һөҙөмтәһендә улар яҡты донъяға ҡайтарылды. Ләкин поликлиникаға мөрәжәғәт итергә мөмкин булғанда ла ашығыс ярҙам саҡырыусылар аҙ түгел. Хәҙер бит поликлиниканың үҙенең кисектергеһеҙ ярҙамы ла бар, табипты өйгә саҡыртырға мөмкин. Берәү тешем һыҙлай тип, ашығыс ярҙам саҡырғанда, мәҫәлән, икенсе берәүҙең ғүмере ҡыл өҫтөндә булыуы ла ихтимал. Ә машиналар һаны иҫәпле. Бер саҡ ауылда беҙҙең табиптар баш әйләнә тигән саҡырыу артынан йөрөгәндә, шул тирәләге биләмәлә юл-транспорт ваҡиғаһы килеп сыҡты, һөҙөмтәлә табиптар был урынға бик тиҙ барып етә алманы. Алкоголь интоксикацияһы менән саҡырыуҙар йыш ҡына. Аҙнаһына ошо диагноз менән уртаса 30-40 осраҡ теркәлә. Иҫерек хәлдә шылтыратып, ярҙам һорап, аҙаҡ ишек асмаусылар, ярҙам кәрәкмәй, тип бороп ебәреүселәр ҙә юҡ түгел.
- Тәжрибәле белгестәргә алмашҡа йәш кадрҙар киләме?
- Әлбиттә, кадрҙар етмәүен тоябыҙ. Йәштәр беҙгә бик килеп бармай. Тәүлек әйләнәһенә эш, төндә лә тынғыһыҙ, көсөргәнешле хеҙмәт, халыҡ араһында ауырыу кимәле артыуы йәш белгестәрҙе йәлеп итмәй. Яуаплылыҡ ҙур, хәүефһеҙлек яғы ла уйландыра. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итеүҙәр ҙә булып тора. Мәҫәлән, 2017 йылда 10 ошондай осраҡ булды, береһендә фельдшер дауаханаға эләкте.
Шулай ҙа бүлексә йәш белгестәр менән тулыланыр, тип өмөт итәбеҙ.