Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 02:00

Изге эш башланғыс алды

Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында «#ДВИЖЕНИЕДОЛГОЛЕТИЕ» социаль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Осрашыуға ҡалабыҙҙың пенсия йәшендәге иң әүҙем кешеләре йыйылды.

Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында «#ДВИЖЕНИЕДОЛГОЛЕТИЕ» социаль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.


Осрашыуға ҡалабыҙҙың пенсия йәшендәге иң әүҙем кешеләре йыйылды. Уларҙы Ишембай ҡалаһы һәм районының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин сәләмләне. Ришат Иншар улы барыһын да ҡалала пенсионерҙар өсөн спорт-һауыҡтырыу йүнәлешендәге клуб асылыуы менән ҡотланы һәм проект етәксеһе - “Ансар” халыҡты социаль еҙмәтләндереү үҙәге директоры Людмила Титоваға рәхмәт белдерҙе. Людмила Титова проектта ҡатнашыусыларҙы спорт-һауыҡтырыу дәрестәренең эш графигы, лекция-практик һәм ял сәғәттәре тематикаһы менән таныштырҙы.



Фото: “Ансар” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге архивынан.
Читайте нас: