Етәксегә ваҡыт менән иҫәпләшергә тура килмәй. Эш күп булғанда Дамир Сәхиулла улы киске 8-ҙә лә, төнгө 12-лә лә өйгә ҡайтып инә. Уҡытыусылыҡ ҡына түгел, бөтә хужалыҡ эштәре уның иңендә. Каникулмы, ял көнөмө, директорлыҡ иҫтән сыҡмай. Этҡол мәктәбенә балалар баҡсаһының ҡушылыуы, Уразбайҙа филиал булдырылыуы яуаплылыҡты тағы ла арттыра. Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары, уҡытыусыларҙың уңыштары эшкә дәрт өҫтәп ебәрә. Этҡол мәктәбен тамамлаусылар башлыса Өфөләге юғары уҡыу йорттарына уҡырға бара һәм уңышлы һынау үтә. Быйыл, мәҫәлән, 11-сене тамамлағандарҙың 80 проценты вуз студенттары булып киткән. Мәктәп уҡыусыларының олимпиадаларҙа ла ҡаҙаныштары бар, ғилми-тикшеренеү эштәрендә республика кимәлендә лә призлы урын яулайҙар. Башҡалар менән уртаҡлашырлыҡ эш тәжрибәләре лә аҙ түгел этҡолдарҙың. Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә эксперименталь майҙансыҡ асҡандар. Мәктәп баҡсаһында төрлө культуралар менән һынау үткәрелә. Балалар уға ҡарап ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Ошо тәжрибәләр һөҙөмтәһендә уҡыусылар Өфөлә “Юннат” конкурсында икенсе урынға лайыҡ булған. Этҡол мәктәбенең “Иң яҡшы уҡытыу-тәжрибә участкаһы” конкурсында хәҙер инде 30 йыллап 1-се урын алып килеүе лә эштең тейешле кимәлдә алып барылыуы тураһында һөйләй.