Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2018, 02:00

Этҡолдар Мәүлет кисенә йыйылды

Этҡол ауылы мәсетендә Мәүлет кисе уҙҙы. Был көн барлыҡ мосолмандар өсөн мөбәрәк, ҙур әһәмиәткә эйә көн, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең донъяға килгән көнө.

Этҡол ауылы мәсетендә Мәүлет кисе уҙҙы. Был көн барлыҡ мосолмандар өсөн мөбәрәк, ҙур әһәмиәткә эйә көн, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең донъяға килгән көнө.


Ошо байрам айҡанлы Этҡол ауылы мәсетенең имам хатибы Шәрәфетдин Аҫылғужин, Ишембай районының имам мөхтәсибы Илшат хәҙрәт Хафизов вәғәз һөйләне. Улар "Йәштәр һәм ололар араһында хәҙерге заман сирҙәре, проблемалары беҙ пәйғәмбәребеҙ сөннәттәрен онотҡан һайын ҡалҡып сығасаҡ, шуға күрә беҙ уны иҫкә алып, уның тыуған көнөн доға ҡылып уҙғарайыҡ", тине. Мосолман ҡәрҙәштәрҙең күңеленә был вәғәздәр иман нуры булып ингәндер. Шулай уҡ йыйылыусылар Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә салауат, мөнәжәт әйтеп, байрам табыны ойошторҙолар.





Читайте нас: