Васильевкала тыуып, ошонда үҫкән ҡыҙ, алыҫҡа китмәй, үҙ ауылында төпләнә, фермаға эшкә урынлаша. Хеҙмәт менән сынығып үҫкәс, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмай, эштең айышына ла тиҙ төшөнә. Хәҙер инде шарттар ҙа күҙгә күренеп яҡшыра. Ҡул көсөн ҡулланыу үткәндә ҡала бара, элекке һымаҡ биҙрә менән һөт ташыу ҙа онотола. Аппарат менән һауылып, һөт үткәргестәр аша оҙатыла.