Торатау
-1 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2018, 02:00
Ашлы ла, эшле лә иттеләр
Таңһылыу менән Азамат Шәмсетдиновтар ауылдаштарын ғына түгел, бөтә Ишембай районы һәм ҡалаһын ашлы ла, эшле лә иткән шәхси эшҡыуарҙар. Әлбиттә, һәр уңыштың нигеҙендә ныҡышмал хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр ята. Уларҙың билмән цехында нимә генә етештермәйҙәр. Йәнең ни теләй, шул бар; бөтәһе лә хәләл: ҡаҙылыҡ, билмән, манты, кәтлит, туҡмас.
Изге кешеләр һәм бәхетле ғаиләләр был донъяла бихисап. Ундайҙарҙы яуызлыҡтан, ҡара көстәрҙән мөхәббәттең һүнмәҫ ялҡыны үҙе һаҡлай.
Уларҙың – Азамат менән Таңһылыуҙың – мөхәббәт тарихы ҡыҙыҡ һәм ябай. Биксәнгә апаһы Гөлбикәгә ҡунаҡҡа килгән Юрматы һылыуы һәр ваҡыт мут ҡына йылмайып торған, оҙон буйлы, ҡалын ҡара ҡашлы ергә моң илсеһе итеп ебәрелгән гармунсы егетте тәү күреүҙән оҡшата.
Яҙмыш үҙҙәрен төрлөсә һынап ҡарай. Өйләнешкәндән һуң йәш ғаилә 4 йыл Мәләүез тарафтарында йәшәй. Азамат – тракторҙа, Таңһылыу заправкала эшләй. Әммә тыуған ер, тыуған нигеҙ, тыуған тупһа үҙенә тарта. 2006 йыл атайсалдан рух, көс алып йәшәр өсөн, улар Биксән ауылына ҡайтып төпләнәләр. Ә көс алыр өсөн иң беренсе үҙең көс, һөйөүеңде һалырға тейешһең. Тиҙҙән атай нигеҙендә бөтә уңайлыҡтары булған ҙур, күркәм йорт ҡалҡып сыға.
Уларҙың ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә. Ҙур ҡыҙҙары БДУ-ның геофизика факультетының 2-се курсында, икенсеһе башҡорт гимназияһының 9-сы класында белем алһа, бәләкәсенә әлегә 1 йәш тә 3 ай. Быйыл бергә йәшәүҙәренә 20 йыл тулып, фарфор туйҙарын үткәрҙеләр.
Хәҙер инде Таңһылыу менән Азамат Шәмсетдиновтар ауылдаштарын ғына түгел, бөтә Ишембай районы һәм ҡалаһын ашлы ла, эшле лә иткән шәхси эшҡыуарҙар. Әлбиттә, һәр уңыштың нигеҙендә ныҡышмал хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр ята. Уларҙың билмән цехында нимә генә етештермәйҙәр. Йәнең ни теләй, шул бар; бөтәһе лә хәләл: ҡаҙылыҡ, билмән, манты, кәтлит, туҡмас. Иттәр ветеринар лаборатория аша үтә. Сертификат бар. Он иләй, ҡамыр баҫа һәм йәйә торған ҡорамалдар, тиҙ туңдырғыс, төрлө һыуытҡыстар – бөтәһе лә өр-яңы. 4 эшсе өсөн теүәл эш графигы булдырылған – шәмбе– ҡыҫҡа эш көнө, йәкшәмбе – ял. Эш хаҡы ваҡытында түләнә.
Ауылдың йәшәйешенә ҡот, йәм, нур өҫтәп, үҙҙәренең саялыҡтары, ихласлығы, йомартлығы менән күптәрҙең күңеленә ут ҡундырып йәшәүсе ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине. Эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде