Ишембайҙың “Ансар” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын биреү конкурсында еңеү яуланы.
Үҙәк коллективы үҙҙәренең «#ДВИЖЕНИЕДОЛГОЛЕТИЕ» социаль программаһы өсөн 302 мең һумдан ашыу ярҙам алды. Проект буйынса оло йәштәгеләргә Ишембайҙа спорт-һауыҡтырыу клубы асырға ниәтләйҙәр. Программа сиктәрендә йога, скандинавия йөрөшө, аэробика алымдарын ҡулланып йөҙөү кеүек эштәр ҡаралған.
23 ноябрҙә «#ДВИЖЕНИЕДОЛГОЛЕТИЕ» социаль проектында ҡат-нашыусыларҙың тәүге осрашыуы үтә. Программаға ҡушылырға теләүсе оло йәштәгеләрҙе сараларҙың календарь планы, физкультура-һауыҡтырыу һәм лекция-практик дәрестәрҙең графигы менән таныштырасаҡтар. Сара Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында (Ленин проспекты, 22) 10.30 сәғәттә башлана. Проект тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте Стаханов урамы, 67 адресы буйынса 12-се бүлмәлә йәки 4-27-50 телефоны аша шылтыратып белешергә була.