Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2018, 02:00

Йүнсел йүнен таба

Үҙ эшеңде асыу - һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, был шөғөл үҙе бер батырлыҡҡа тиң. Маҡар ауылынан Вальмир ИШҠОЛОВ та ошондай тәүәккәл эшҡыуарҙарҙың береһе. Бөгөнгө көндә ул ауылда дарыухана пункты, магазин асып, үҙ эшен уңышлы алып бара.

Үҙ эшеңде асыу - һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, был шөғөл үҙе бер батырлыҡҡа тиң. Маҡар ауылынан Вальмир ИШҠОЛОВ та ошондай тәүәккәл эшҡыуарҙарҙың береһе. Бөгөнгө көндә ул ауылда дарыухана пункты, магазин асып, үҙ эшен уңышлы алып бара.


Әйткәндәй, Вальмир Азат улының тормош юлы фармацевтика менән бәйле. 1989 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан алып ошо өлкәлә намыҫлы тир түгә. Башта йәш белгес Ишембай үҙәк район дарыуханаһының Петровскиҙағы филиалын етәкләй. Һуңынан байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡта тәжрибәһен байыта. “Фармленд” дарыухана селтәре филиалы директоры вазифаһына тиклем күтәрелеп, эшләгән дәүерендә дарыуханалар һанын 2-нән 11-гә тиклем еткерә.


Ләкин йәшәй-йәшәй, эшләй-эшләй үҙ эшен булдырыу тураһында уйлана башлай. Һәм, ниһайәт, был маҡсатына ла өлгәшә. Бынан һигеҙ йыллап элек Петровскиҙа дарыухана пунктын асып ебәрә. Былтыр иһә Маҡарҙа ла уның дарыухана нөктәһе барлыҡҡа килә, бинаның икенсе яртыһында аҙыҡ-түлек магазинын да ойоштора.

- 50 километр ара үтеп, дарыу артынан Ишембайға йөрөйһө түгел хәҙер ауылдаштарға, - ти Вальмир Азат улы, үҙенең кешеләргә кәрәклеген тойоп. - Урындағы дарыуханала бөтә төр препараттар ҙа бар, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы сирҙәренән башлап, бауыр, ашҡаҙан-эсәк, үпкә, тын алыу юлдары ауырыуҙарына ҡаршы тәғәйенләнгәндәренә тиклем. Шуға халыҡ күҙ төбәп бында килә, ҡайһы саҡ тиҙ ярҙам күрһәтеүҙе лә үҙ иңемә алғылаған бар. Кешеләргә төнөн дә ярҙамдан баш тартып булмай, дарыухананы асырға тура килә. Һарғай, Ибрайҙан да укол-дарыуҙар алып китәләр, ҡолғоналар ҙа туҡтала.


Беҙ эшҡыуар менән әңгәмәләшкән арала бер нисә кеше инеп сыҡты дарыухана-магазинға. Бына йәтеш, тип уйлап ҡуйҙыҡ аптека менән кибетте бер итеп йөрөгән һатып алыусылар өсөн һөйөнөп. Аҙыҡ-түлек тә кәштәлә оҙаҡ ятмай, һөт-ҡаймағын, икмәк-ҡаласын һәм башҡаһын эшҡыуар Стәрлетамаҡтан көндөкөн-көнгә килтереп тора.

- Күп нәмә кешенең үҙенә бәйле. Тик ултырһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмай, - ти ул тотонған эшенең һөҙөмтәһен күреп. - Халҡыбыҙ элек-электән төрлө һөнәрҙәргә оҫта булған. Санаһын да эшләгәндәр, быйма ла баҫҡандар, тире лә эшкәрткәндәр. Бары тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк.


Дөрөҫ әйтә эшҡыуар, эшеңдән ләззәт алып йәшәүгә ни етә! Сауҙа эшмәкәрлегенән тыш, Вальмир Азат улы умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә өлгөрә, был өлкәлә лә эшен ныҡлап йәйелдермәксе.


Хеҙмәт һөйөү, сәләмәт тормош алып барыу – уңышҡа тура юл. Вальмир Ишҡолов йәштән үк спорт менән дуҫ, оҫта саңғысы ла. Шуға ҡышты көтөп ала. Тыуған ауылы урмандарын, ялан-ҡырҙарын бер ҡыҙырып ҡайтыу үҙе ни тора. Бына шулай, эштән йәм, яратҡан шөғөлдәренән күңел кинәнесе алып ғүмер итә Маҡар уҙаманы. Бөгөн ауылдарыбыҙҙы тап уның ише йүнсел ир-егеттәребеҙ күтәрә лә инде.




Фото: автор.


Читайте нас: