Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2018, 02:00

Күпме көтөргә?

...Хәҙер күптәр ҡалала эшләп, ауылда йәшәй. Таныштар араһында, мәҫәлән, Ишембай районының Ишәй ауылынан көн дә Стәрлетамаҡҡа йөрөүселәр бар. Уларға ҡалаға инеү өсөн Ағиҙел аша һалынған күперҙән үтергә кәрәк.

...Хәҙер күптәр ҡалала эшләп, ауылда йәшәй. Таныштар араһында, мәҫәлән, Ишембай районының Ишәй ауылынан көн дә Стәрлетамаҡҡа йөрөүселәр бар. Уларға ҡалаға инеү өсөн Ағиҙел аша һалынған күперҙән үтергә кәрәк.


Быға тиклем Тимербулатовтар күперҙән машиналарында бер нисә секундта елдереп үтһә, хәҙер “тимер ат”тарын күпер төбөндә ҡалдырып, унан йәйәү сығып, эшкә, мәктәпкә йәмәғәт транспортында барырға мәжбүр – объект күптән түгел капиталь ремонтҡа ябылды.


– Уңайһыҙ, әлбиттә, үҙебеҙ заводта һәм уҡыу йортонда эшләйбеҙ, билдәле, бер минут та һуңларға ярамай, ҡыҙыбыҙ ҙа дәрескә ваҡытында килеп етергә тейеш, шуға иртәрәк сығабыҙ. Тик юл һәр ваҡыт ыңғай ғына булып тормай... – ти Айгөл менән Флүс. – Бер айға түҙербеҙ инде, хәүефһеҙлек мөһимерәк бит, иң мөһиме – ваҡытында һәм сифатлы итеп эшләп ҡуйһындар.


Тимербулатовтар, ярай, күрше райондан килә, ә бына ҡаланың тотош бер биҫтәһе Шахтау ҙа Ағиҙел аръяғында урынлашҡан бит әле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡала хакимиәте кешеләр артыҡ уңайһыҙлыҡ кисермәһен өсөн бар көсөн һала, пассажирҙарҙы өҙлөкһөҙ ташыу ойошторолған, аңлатыу эше алып барыла.



Әлбиттә, улар машинала ҡалаға килеп етә ала, тик бының өсөн Ишембай ҡалаһы аша урау юлдан барырға, йәғни өҫтәмә рәүештә 50 километр үтергә тура килә. Үҙҙәре әйтмешләй, хәүефһеҙлек хаҡына түҙергә генә ҡала.


Был күпер мәсьәләһе Стәрлетамаҡта йәй үк ҡалҡып сыҡҡайны. Башта унда тишек барлыҡҡа килде. Унан күперҙең бер таяуы ярыҡ икәнлеге күренде. Юлды ябып, тишекте тиҙ арала яманылар, ә бына бағананы ремонтлау өсөн бер ай ваҡыт һәм күперҙе тотош ябырға кәрәк булып сыҡты.


Әйткәндәй, йөк машиналары артабан да күперҙән йөрөп, хәүеф тыуҙырмаһын өсөн, юл хужалығы хеҙмәте сикләүҙәр ҙә ҡуйҙы. Тик ҡайһы берәүҙәр быны һанға һуғырға ашыҡманы. Эт күҙенә төтөн күренмәҫ тигәндәй, металл конструкцияны төкөтөп китергә лә күп һораманылар. Хәйер, уныһы инде – икенсе мәсьәлә. Әлеге ремонт эштәренә килгәндә, уны Өфөнән килгән подрядсылар башҡара, таяуҙарға яйлап 90 кубометр бетон ҡойола. Эш графиктан алда бара. Хаҡы ун миллион һум тәшкил иткән ремонт сығымдарын Башҡорт сода компанияһы үҙ өҫтөнә алған.


– Күперҙе ноябрь аҙағына тиклем эшләп бөтөргә тейештәр, әммә һауа шарттарына бәйле нисек килеп сығыр – алдан әйтеп булмай. Бетон 28 көндә ҡатырға тейеш, ул тиҙерәк нығынһын өсөн махсус рәүештә технологиялар ярҙамында йылытыла, – ти Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге етәксеһе Илдар Усманов.


Был күпер үткән быуаттың етмешенсе йылдарында төҙөлгән, әммә ҡырҡ йыл эсендә бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән. 2016 йылда уҡ реконструкциялау хаҡында һүҙ ҡуҙғатылһа ла, проект бойомға ашырылмай ҡалған.


– Ремонт тамамланғас, башта һынап ҡарайбыҙ, шунан экспертиза баһаһы бирелә, артабан инде үҙгәртеп ҡороу (кәрәкме-юҡмы) буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин, – тип мәсьәләгә аңлатма бирҙе Илдар Марат улы.

Ремонт эше ваҡытында тапшырылыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.





Фото: Эльдар Фәттәхов





Читайте нас: