- Иван-сәй етештереү технологияһын тәүҙә ныҡлы өйрәнеп, мөмкинлектәрҙе самалап ҡараныҡ. Мәскәүҙән етештереүселәр, Һиндостандан сәй сифатын баһалай алыусы белгестәр менән аралаштыҡ – беҙҙең районда экология йәһәтенән таҙа Маҡар, Ҡолғона, Иҫке Һәйет, Яңы Һәйет тарафтарында йыйылған Иван-сәйҙең тәме, файҙаһы яғынан өҫтөнлөктәре күп. Махсус анализдар ҙа ошоно күрһәтте, - ти предприятие директоры Сәлим Хафизов. Уның һүҙҙәрендә ғорурлыҡ та, өмөт тә һиҙелә. Етештергәнде һатып алыусыһы ла кәрәк, ә был халыҡта үҙ сәләмәтлегеңә иғтибар, ҡул аҫтындағы дауаны ҡуллана белеү мәҙәниәте тәрбиәләнеүҙән килә. Сит төбәктәр, хатта илдәр менән бәйләнеш ҡороуға ла нигеҙ бар. Уҙған йыл күмәк тырышлыҡ менән 10 тонна боланут йыйылһа, быйыл был күләмде 13 тоннаға еткергәндәр. Халыҡ һорауына иғтибар итеп, хәҙер боланут сәйен кейәү үләне, ер еләге, ҡурай еләге япрағы, хатта Алтай яҡтарында йыйылған бадан үләне ҡушып та эшләйҙәр. Ошо арала ғына коллектив ҙур сәфәрҙәрҙә булып, Ишембайҙа етештерелгән сәйҙе Екатеринбург тарафтарында танытып ҡайтты. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән ауыл хужалығы етештереүселәре араһында башҡорт кейемдәрендә һылыуҡайҙарыбыҙ тәҡдим иткән сәйгә айырым иғтибар булды. “Үҙебеҙҙекеләр килгән!” - тип ҡаршыланы күршеләр.