Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2018, 02:00

“Туҡһан биш тә булып киткән, Ғүмер үткән дә киткән!”- ти ошо көндәрҙә 95 йәшен ҡаршылаусы Маһинур Рәхмәтулла ҡыҙы Ғибаҙуллина

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тормошон район мәғарифы үҫешенә арнаған, 40 йылға яҡын башланғыс кластарҙа белем биргән Маһинур Рәхмәтулла ҡыҙы райондаштарға яҡшы таныш. Барыбыҙ өсөн Бөйөк Еңеү яулаған быуын вәкиле булараҡ та ҡәҙерле ул.

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тормошон район мәғарифы үҫешенә арнаған, 40 йылға яҡын башланғыс кластарҙа белем биргән Маһинур Рәхмәтулла ҡыҙы райондаштарға яҡшы таныш. Барыбыҙ өсөн Бөйөк Еңеү яулаған быуын вәкиле булараҡ та ҡәҙерле ул. Һуғышты 766-сы авиация полкында өлкән парашют тәҫләүсе булып үткән сержант, Уразбай, Этҡол мәктәптәренең беренсе сығарылыш уҡытыусыһы булып та тарихҡа ингән мөғәллимә бөгөн яҡындары һөйөү-хөрмәтендә йәшәй.


- Әле генә уҡыусыларымдан Юнир Ғарифуллин килеп ҡотлап китте, онотмайҙар, рәхмәт. Улай ҙурларһығыҙ тип көтмәгәйнем дә, күңелем тулып китте, - тип район хакимиәтенән, Этҡол урта мәктәбенән ҡотларға килеүселәрҙе ағинәй матур теләктәр менән ҡаршыланы. – Барығыҙға ла иҫән-һау пенсияларығыҙҙы күрергә, ҡыуаныста йәшәргә яҙһын.

Юбилярҙы ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Илнур Мөхйәнов та килгәйне.


- Маһинур инәй, Һеҙҙең кеүек уттыһыуҙы кискән, иң ҙур ауырлыҡтарҙы сыҙам үткәргән оло быуын хәҙер һирәк ҡалып бара. Ошо көндәрҙә хакимиәткә төрлө ведомстволарҙан шылтыратып, һеҙҙең хаҡта һораштылар, ҡыҙыҡһындылар. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров телеграммаһындағы һәм район хакимиәте ҡотлауындағы ихлас теләктәрҙе ҡабул итегеҙ. Яҡындарығыҙ изгелеген татып, һөйөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ, - тине ул ветеранға гөлләмәләр тапшырып.


Этҡол мәктәбе директоры Дамир Баһауетдинов Маһинур Рәхмәтулла ҡыҙына бөгөнгө хеҙмәттәштәренән ҡайнар сәләмдәр еткереп, иңенә затлы яулыҡ һалды. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Наилә Абдрахманова мәктәп тормошонан һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашҡанда инәйҙең йөҙө тағы ла яҡтырып китте – әле яңы ғына үҙе ошо эштең уртаһында ҡайнай, балалар менән мәж килә ине бит!


Шатлыҡлы минуттарҙан йәшәреп киткән инәй әле лә район гәзите “Торатау”ҙан бар яңылыҡтарҙы уҡып барыуын, бигерәк тә тыуған яғы Этҡолға бәйле мәҡәләләрҙе көтөп алыуын әйтте.

Ире Миңлеәхмәттең үле хәбәрен алған 19 йәшлек Маһинур 1942 йылда үҙе фронтҡа китә. Яҙмыш һөйгән йәрен аяған булып сыға. Һөйгән йәре менән һуғыштан һуң ҡабат ҡауышып, Ғибаҙуллиндар биш балаға ғүмер бирә. Маһинур Рәхмәтулла ҡыҙы бөгөн ғәзиздәре изгелеген татып, тормошона шөкөр итеп йәшәй.


Барыбыҙҙың да изге теләктәрен ҡабул ит, Маһинур инәй!



Фото: автор.


Читайте нас: