- Икебеҙ ҙә Архангель районынан булһаҡ та, Ишембай күптән тыуған ҡалаға әйләнде. Ғаилә ҡороуыбыҙға быйыл - 15 йыл. Үҙем - ғаиләлә унынсы бала, шуғалырмы, өйләнешкәндә үк миндә лә, кәләштә лә бер-ике бала менән сикләнеү уйы булманы, - ти ҡыҙына атайҙарса хәстәрлек менән баҡҡан Фәнзил. – Үҫкәс, бер-береһенә таяныс булырҙар.