Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2018, 02:00

“ӘЛДӘ ҺИН БАР ӘЛЕ”, - ти ауылдаштары Фәрүр Мансур улы ВӘЛИТОВҠА

Ҡасандыр киләсәкһеҙ ауылдар иҫәбенә индерелгән Һарғай бөгөн үҙенең төҙөклөгө һәм матурлығы менән һоҡландыра. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки уның Фәрүр Вәлитов кеүек уңған, үҙ ерендә ышаныслы баҫып торған улдары бар.

Ҡасандыр киләсәкһеҙ ауылдар иҫәбенә индерелгән Һарғай бөгөн үҙенең төҙөклөгө һәм матурлығы менән һоҡландыра. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки уның Фәрүр Вәлитов кеүек уңған, үҙ ерендә ышаныслы баҫып торған улдары бар.


Эшһеҙ ҡалғанлыҡтан, күп ғаиләләр ситкә күсеп киткән бер мәлдә, Фәрүр Мансур улы, киреһенсә, Салауат ҡалаһынан етемһерәп ҡалған Һарғайына күсеп ҡайта. Ауылының бер төркөм ир-аттарынан бригада туплап,

ағас эшкәртеү цехы асып ебәрә. Йорт һалып, ике балаһы менән кәләшен дә алып ҡайта.

Хәҙер инде был ваҡиғаларға 25 йыллап ваҡыт үтеп киткән. Фәрүр Вәлитов ауылда ғына түгел, районда ла билдәле һәм хөрмәтле шәхес. Ул ауылдаштары, райондаштары өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡара. Тиҙ арала ауылға мәсет һалыу мәсьәләһен дә хәл итеп ҡуйҙы. Өлкәндәргә барып дини йолаларҙы үтәүҙә, йәштәргә әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙә үҙенә күрә бер мәҙәни усаҡ булдырҙы. Үҙенең ағас эшкәртеү, таҡта ярыу цехтарында яҡын тирә-ауылдарҙы таҡта-ағас менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, бура бурап, йорттар һалып бирә. Ә ул йорттарҙың матурлығы! Тәҙрәләр, йорт ҡыйыҡтары төрлө биҙәктәр менән һырлап эшләнгән. Бөтөп барған бәләкәй ауылға хәҙер күптәр кире күсеп ҡайтып, йорттар һалып инеп, донъя көтә башланы. Ир-азаматы әле яңынан клуб һалыу маҡсаты менән яна. Ауыл Советы депутаты булараҡ, Фәрүр Мансур улы ауылдың тирә-яғындағы буш ятҡан ерҙәрҙе – элекке колхоз баҫыуҙарын халыҡҡа бесәнлек итеп юллап алыуға өлгәшә. Ауылдаштары өсөн ысын мәғәнәһендә оло терәк, ярҙамсы ул.


Яңғыҙ ҡалған ҡарттарҙың өй-ҡаралтыларын йүнәтеү, таҡта, бағаналарын килтереп биреү генә түгел, бер тин хаҡ алмайынса эшләп тә бирәләр. Берәй документ юлларға кәрәк булһа ла ысын күңелдән ярҙам итә ул. Бер-нисә йыл рәттән Һарғай районыбыҙҙа «Иң матур ауыл» конкурсында еңде. Ағалары өлгөһөндә, ситтә йәшәүсе 6 ағай-ҡустыһы һәм апаһы ла, Һарғайға күсеп ҡайтып, йорттар һалды.


Бына шундай һәйбәт, ярҙамсыл, булдыҡлы эшҡыуар, тыуған яғын яратҡан, уның тураһында хәстәрлек күргән, ерҙең ысын хужаһы булған Вәлитов Фәрүр Мансур улы йәшәй беҙҙең яҡта. Тормошта уның кеүек кешеләр күберәк булһа, йәшәү йәмлерәк, еңелерәк булыр ине. Тирә-йүндәгеләрҙең һинең турала һоҡланып, хөрмәт итеп: «Әлдә һин бар әле», - тип әйтеүен ишетеү ҙур бәхеттер ул.


«Ысын ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә тейеш», - тигән әйтем бар. Ә мин тағы ла: «Халҡы өсөн йәшәргә, уға хеҙмәт итергә тейеш», - тип өҫтәр инем.




Фото: ғаилә архивынан.


Читайте нас: