Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2018, 02:00

ИНТЕРНЕТ- КОНКУРСТА ҠАТНАШ!

14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған байрамды тотош республикала билдәләү күҙаллана. Ошо ваҡиға айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бер нисә интернет-конкурс иғлан итте. Унда олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша ала!

14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған байрамды тотош республикала билдәләү күҙаллана. Ошо ваҡиға айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бер нисә интернет-конкурс иғлан итте. Унда олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша ала!


Социаль видеороликтар йәки плакаттар конкурсы башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш. Эштәр Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә башҡарылырға мөмкин. Шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыларының, шул иҫәптән педагогик хеҙмәт ветерандарының тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында видеороликтар ҡабул ителә.

Теләге булғандар ойоштороусылар тәҡдим иткән әҙәби әҫәрҙе башҡорт теленә нәфис тәржемәләүҙә көсөн һынап ҡарай ала.

Конкурстарҙа өлкәндәр ҙә (йәше һәм эшләгән урын мөһим түгел), белем биреү ойошмаларында уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.

Уҡыусылар өсөн «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ» темаһына иншалар конкурсы ҡаралған.

«Һаумы, һаумы әкиәт» конкурсында балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр һәм 1-4-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Теләгән бер башҡорт халыҡ әкиәтен һайларға мөмкин, донъя халыҡтары әкиәттәре лә хуплана.

Интернет-конкурстарға йомғаҡ 14 декабрҙә Өфөлә фестивалдең йомғаҡлау сараһында яһала. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты байрам барышында уҙғарылған интернет-конкурстарҙың финалсыларын Башҡортостандың баш ҡалаһына йыясаҡ. Район һәм ҡала ҡоролтайҙарына Башҡорт теле көнөндә мәғариф учреждениеларында лингвистик викториналар, тоталь диктант, мәктәп конференциялары, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсын йәки «Һаумы, һаумы әкиәт» бәйгеһен үткәрергә тәҡдим ителгән.



Фото: интернет.


Читайте нас: