Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2018, 02:00

Ырыуыбыҙ ҡошо һаҡлай беҙҙе

Ҡалабыҙҙағы быйылғы ҙур төҙөкләндереү эштәренең береһе - Ленин проспекты буйлап Ағиҙел яры буйына төшкән ерҙәге майҙан Ишембайҙың заманса йөҙөн аса. Ошо көндәрҙә унда ҙур мәғәнәгә эйә обелиск булдырылды. Алты метрҙан ашыу бейеклектәге постаменттан ҡанаттарын йәйеп, тирә-йүнгә ырыуыбыҙ ҡошо әтәлге ғорур ҡараш ташлаған.

Ҡалабыҙҙағы быйылғы ҙур төҙөкләндереү эштәренең береһе - Ленин проспекты буйлап Ағиҙел яры буйына төшкән ерҙәге майҙан Ишембайҙың заманса йөҙөн аса. Ошо көндәрҙә унда ҙур мәғәнәгә эйә обелиск булдырылды.


Алты метрҙан ашыу бейеклектәге постаменттан ҡанаттарын йәйеп, тирә-йүнгә ырыуыбыҙ ҡошо әтәлге (инә шоңҡар) ғорур ҡараш ташлаған. Был йөкмәткеле, матур объект өҫтөндә Мәләүез ҡалаһындағы предприятиеның ташты эшкәртеү оҫталары тырышҡан. Еңеү паркындағы 26 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ исеме яҙылған мемориаль плиталар ҙа ошо коллектив хеҙмәте ине.


Обелискка ҡуйылған яҙыу иһә 2016 йылда Ишембайға почетлы халыҡ-ара “Хеҙмәт Ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы” исеме бирелеүе хаҡында иҫебеҙгә төшөрә. Ырыуыбыҙ тарихына иғтибарҙы ла, Ишембай еренең һәм ҡаһарман халҡының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн дә сағылдырған стела ҡәҙерләп һаҡланып, сәскәләр һалынып торорға тейешле мәғәнәле урынға әйләнһен ине. Был, әлбиттә, рухи тәрбиәнән, тарихыбыҙҙы белеү юғарылығынан килә. Ырыуым – Юрматы, ораным - “Аҡтайлаҡ!”, ағасым – өйәңке, ҡошом – әтәлге, тип мәктәп тупһаһынан ҡабатлай килгәндәрҙә ҡош һыны бер ниндәй һорау тыуҙырмаһа, эргәлә генә ейәндәрен уйнарға алып сыҡҡан оло апайҙарҙан “Ул “орелды” ҙурыраҡ эшләргә булған”, тигән һүҙҙәрҙе ишетеү ауыр булды.


- Күптәр белеп етмәй шул, бәлки, стелаға ырыуыбыҙ билдәләре хаҡында мәғлүмәт тә ҡуйырға кәрәк булғандыр, - тип һүҙгә ҡушылды үҙен нефть тармағы ветераны тип таныштырған ағай. – Ҡалабыҙ йәмләнә, ейәндәргә күрһәтеп, һөйләп, аңлатып йөрөрлөк тарихи урындарыбыҙ булыуы өсөн шатланам. Геройҙар аллеяһы, Еңеү паркы, Вәлиди, Блохин скверҙары,“Әбей-вышка” һәм бына ошо күркәм урын үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.


Тормошобоҙҙа бик кәрәкле сифаттарҙы аса ағайҙың һүҙҙәре. Тыуған, йәшәгән ереңә битараф булмау, тарихыңды һанлау, бөгөнгө тырышлыҡтарҙы баһалау кәрәк.



Фото: автор.


Читайте нас: