Әлеге осрашыуға килеүселәр араһында Гөлнур Яҡупованың яҙғандарын яратыусылар бик күп булып сыҡты. Һәр кем үҙенең һоҡланыуын белдерергә ашыҡты, шулай уҡ ижады, тормошо хаҡында төрлө һорауҙар ҙа яуып ҡына торҙо. Һәләтле шағирә Ғәлиә Кәлимуллина “Ҡатындар” трилогияһының йәштәргә тормош һуҡмағында аҙашмаҫ өсөн бик тә кәрәкле китап булыуы тураһында әйтте. Хөрмәтле ағинәй, педагогия хеҙмәте ветераны Фәүзиә Аҡҡолова ла был фекерҙе хуплап, юғары класс уҡыусылары өсөн ошо китап буйынса конференция уҙғарыу бик фәһемле булыр ине тигән теләктәрен белдерҙе.