Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2018, 02:00

Миәкә-Ишембай араһын бер итеп

Зөлфиә Ғиләжева Ишембай йәрминкәһенән бер ҙә ситтә ҡалмай, ҡош-ҡорт итен, һөт ризыҡтарын баҙарға килтереп тә һатырға өлгөрә. Шәхси хужалыҡтарында улар күпләп мал-тыуар аҫырай, ҡаҙҙарҙы ғына ла быйыл 500 баш үҫтергәндәр.

Зөлфиә Ғиләжева (фотола) Ишембай йәрминкәһенән бер ҙә ситтә ҡалмай, ҡош-ҡорт итен, һөт ризыҡтарын баҙарға килтереп тә һатырға өлгөрә. Шәхси хужалыҡтарында улар күпләп мал-тыуар аҫырай, ҡаҙҙарҙы ғына ла быйыл 500 баш үҫтергәндәр. Шунан файҙа күреп донъя бөтәйтәләр, балалар уҡыталар. «Йәшәһен Ишембай баҙары, - тип ихлас йылмая ул, - 20 йыллап ошонда килеп һатыу итәбеҙ! Хәҙер беҙҙе ҡала

халҡы танып та бөткән инде. Хатта сәй эсергә саҡыралар».

4 ноябрҙә Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында ойоштороласаҡ йәрминкәгә лә күрше-тирә райондар килмәй ҡалмаҫ. Шуға күрә, хөрмәтле ишембайҙар, аҡса-муҡсаларығыҙҙы тотоп, йәрминкәгә рәхим итегеҙ!


Фото: автор.


Читайте нас: