Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2018, 02:00

Яҙмыштар (хикәйә)

Хикәйә


- Уй-йаа! Бөгөн тауыҡтай йомаҡты түүп һалған!
Аҙау кәбән тирәләй итәген бөрә тотоп йомортҡа сүпләгән кескәй Асияның шатлығы эсенә һыймай . Хәҙер ҡайтыр ҙа ағаларына күрһәтеп маҡтаныр. Ҡасып һалыуҙы яратҡан ябай өй тауыҡтары өң кеүек ҡаҙып оя эшләп, арыуыҡ ергә йомортҡа һалып ташлағандар.Хатта ҡыҙсыҡтың итәге лә лыҡа тулды ла ҡуйҙы.Өс йәште тултырып саҡ дүрткә атлаған баланың ней, итәге лә шул сама ғыналыр инде. Ярып ҡуймаҫҡа самалап, яйлап ҡына йыбырлап атлап килгән Асияны, урам ҡапҡаһының асылып китеп, унан атаһы һәм ят ҡатын инеп килеүе шып туҡтатты. "Ошо микән яңы әсәй?! ",-сабый ғына булһа ла зиһынлы бала мейеһен ошо уй сыйып үтте.Ҡаршыһына йылмайып атлап килгән атаһына, мөләйем генә күренгән ят апайға ҡарап, ҡаушауҙан йомортҡаларын төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡып, итәген тағы ла өҫкәрәк һығып тартты. "Нишләргә тип өйрәттеләр әле?", - ағалары бер ике көн рәттән өйрәткән һүҙҙе тел осонда торһа ла әйтә алмай ҡатып ҡалды.
-Асия, нишләп улай аптырап ҡалдың ҡыҙым? Бына, таныш бул, әсәй алып ҡайттым үҙеңә,-тине лә атай матур апайға йылмайып ҡарап ҡуйҙы. Асия ғына түгел, Мәрйәм дә тулҡынланыу кисереп әйтер һүҙен онотҡандай ҡара ҡаршы ҡарашып ҡатып ҡалдылар бер мәлгә. Мөлдөрәп ҡарап торған кескәй ҡыҙ күҙҙәренән түгелгән һағышты шәйләгән Мәрйәм, ни тиклем был йортта үҙенең кәрәк икәнлеген шәйләп, ныҡлы ҡарарға килеп тә өлгөрҙө.
- Мин - Мәрйәм апай булам, теләһәң әсәй тип тә йөрөтөрһөң, йәме!
Ҡулдары менән сәс үремдәренә ҡағылып үткән яңы әсәйҙең ҡосағына ташланғыһы килгән Асияны, тик ошо итәк тулы йомортҡалар ғына тотҡон итте.Башын баҫып, һүҙһеҙ генә баш һелкеп йылмайырға тырышты. Күңеле тулыуҙан саҡ саҡ һытылмай ҡалды үҙе былай ҙа...
...Үҙ әсәләре ҡапыл вафат булып ҡуйғас, өс бала менән яңғыҙ ҡалған аталары, арыуыҡ албарғып йөрөгәс, балаларға әсәй булырҙай, таяныс терәк эҙләп, арыуыҡ тупһаларҙы тапағас ҡына алып ҡайтҡан Мәрйәм апай менән осрашыуҙы гел иҫендә тота Асия.
Әйе, бик илтифатлы, тәртипле, таҙалыҡты яратҡан икенсе әсәй булды ул Мәрйәм әсәй.Асия шулай ғәҙәтләнде лә ҡуйҙы, һәр ваҡыт исеме менән ҡуша "Мәрйәм әсәй "тип йөрөттө. Ике ағаһы ла турһайышып ултырҙылар ҙа бер ике көн, ҡайҙа барһындар, асылып уҡ китмәһәләр ҙә "апай ҙа апай "тип ҡул аҫтына инеп тыңлашып ҡына торҙолар.Үҙенең дә бер бөртөк улы булған икән, уны ла әпкилде беҙгә.Асия шул мәл үҙен тағы ла ҡурсалаулыраҡ итеп тойҙо, өс ағайлы булып китте бит!
Атай кеше көн төн эштә, Мәрйәм әсәй һәр ваҡыт өй тирәһендә, кәртә ҡура тирәһендәге эш менән булды.Бер ваҡытта ла зарланып, йә тумһайып ултырыуҙы белмәне үҙе.Гел алсаҡ, шаян, балаларса илгәҙәк булыуы менән күңелгә үтеп инеп үҙ булды. Ни тоһа ла һығылдырып эшләп ҡуйыр ине бит! Хатта ағайҙар менән сыйырсыҡ ояһын да бик оҫта итеп эшләп элеп ҡуйғайнылар!...
Бер бер артлы донья ҡуйған яҡындарын иҫләүҙән дә, алда буласаҡ осрашыуҙы күҙаллап та Асия күңеленә урын тапмай балауыҙ һығып та алды әҙерәк.
Усына ҡыҫҡан телефон экранына ҡараш ташлап алғас, Мәрйәм әсәһенең мәктәп йылдарында, кейәүгә сыҡҡанда әйткән һәр һүҙен тиерлек иҫләп күңеленә нығытып ҡуйғандай итте. Кистәрен һөйләгән матур хикәйәләре, әкиәттәре, еләккә сыҡҡанда һөйләгән кинәйәле хәтирәләрен дә бер сылбырға теҙеп хәтеренә беркетте. "Мәрйәм әсәйҙән алған һәр һабаҡты онотмай ҡулланһам ғына...бәлким мин дә берегермен был ғаиләгә",-тигән фекер йылтлап үтте. Бала сағын иртә генә үлгән әсәһе һыҙлатһа ла, Мәрйәм әсәй һыҙлауҙарҙы баҫышып, кеше итеп уҡытып, кейәүгә оҙатышһа ла, ир бәхете яҙманы шул. Ышанып яҙмышын тапшырғаны яндырай холоҡло булып, аҙаҡ тамам эскелеккә бирелеп, үҙен үҙе әрәм итеп ҡуйҙы. Ярай әле бер бөртөк кенә булһа ла улы -Мираҫы бар.Ир халҡына өмөтө өҙөлөп башҡаса бер кем менән дә яҙмышты бәйләмәҫкә ҡарар иткәненә лә тиҫтә йыллап ваҡыт үткәйне лә бит, һуңғы һората килгән ирҙең ауыҙынан: "кескәй ҡыҙым йәл, көн дә тәҙерәнән күҙен алмай, әсәй көтә", - тиеүе күңелен һыҙлатты.
Ә бит Асия ла, ҡасандыр шулай тилмереп көтә ине...
Уйҙарынан өҙөп, шылтыраған телефон тауышына тертләгән Асияның ҡараштары тәҙерә төбөнә үк килеп туҡтаған машина урынынан ҡалҡытты. "Эй, хоҙайым! Хәйерлегә генә булһын да, аңлашып ҡына йәшәп китергә яҙһын инде!"
Алдан уҡ әҙерләп ҡуйған күстәнәстәр менән тулы сумкаһын тотоп Асия бар белгән доғаларын эстән ҡабатлай ҡабатлай тупһаһын ашаҡлап сығып, келәһенә йоҙаҡ ҡаптырҙы. "Дүрт тула тинеме әле ҡыҙына? Әйе,шулай тине шикелле..."
Машина ишеген асып көтөп торған буласаҡ тормош иптәшенең йылмайып торған йөҙөн хатта шәйләмәй ҙә, иҫәнләшеп машинаға ултырҙы. Асияның күҙ алдында йомортҡа тулы итәген шыҡырайтып өҫкә ҡалҡытып тотоп, мөлдөрәп ҡарап торған кескәй ҡыҙсыҡ һыны ғына сағыла ине шул.





Фото: pixabay.com

Читайте нас: