Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2018, 02:00

Ун балаға ғүмер биргән әсә

Ауылдарҙа сабыр ғына ғүмер итеүсе ағинәйҙәр үҙҙәре бер тормош өлгөһө һымаҡ. Уларҙың һәр һүҙен, кәңәшен һабаҡ итеп алырлыҡ. Әхмәр ауылында йәшәүсе 90 йәшлек Рауза инәй КАМАЛЕТДИНОВА ла һәр беребеҙ өсөн аҡыл, иман, эшсәнлек, яҡшылыҡ өлгөһө ул.

Ауылдарҙа сабыр ғына ғүмер итеүсе ағинәйҙәр үҙҙәре бер тормош өлгөһө һымаҡ. Уларҙың һәр һүҙен, кәңәшен һабаҡ итеп алырлыҡ. Әхмәр ауылында йәшәүсе 90 йәшлек Рауза инәй КАМАЛЕТДИНОВА ла һәр беребеҙ өсөн аҡыл, иман, эшсәнлек, яҡшылыҡ өлгөһө ул.


Яҙмыш Рауза инәйҙе бала саҡтан һынай. Үҫмер генә осоронда һуғыш башлана. Атаһы фронтҡа китә, ләкин уға ҡабат тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Әле нығынып та бөтмәгән йәш ҡыҙға бик иртә колхоз эшенә егелергә тура килә. Утау, бесән, ураҡ эштәренең береһенән дә ситтә ҡалмай. “Һуғыш осоронда ай яҡтыһында көлтәләр урып ташыныҡ, тырышып эшләнек”, - тип хәтерләй инәй.

1947 йылда ауылдың алдынғы тракторсыһы Минегәрәй исемле егеткә кейәүгә сыға һәм донъя мәшәҡәттәренә сума. Колхозда эшләгәндә уңған ҡатындың дүртәр гектар сөгөлдөр алып утаған саҡтары ла була. Ваҡыт үтә тора, ғаилә лә ишәйә, бер-бер артлы 10 бала - 5 ҡыҙ һәм 5 ул донъяға килә. Ул заманда өйҙә оҙаҡ итеп бала ҡарап ултырыу бәхете теймәй.


- Бер баламды 26 августта таптым, 4 сентябрҙә сөгөлдөр баҫыуына сығып та киттем. Көрәк менән ҡаҙып ала инек сөгөлдөрҙө, - ти ул.

Балалар үҫтергәндә уға ҡәйнәһе лә ныҡлы терәк була. Бер-береһен хөрмәт итеп оҙаҡ йылдар бергә йәшәйҙәр. Ул-ҡыҙҙары өләсәй тәрбиәһен һеңдереп үҫә.


- Балаларға һис ҡасан ҡаты һүҙ әйтмәне. “Рәхмәт яуғырҙары, рәхмәт яуғырҙары” тип кенә шелтәләр ине, - тине Рауза инәй ҡәйнәһен хәтерләп.

Ун баланы аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай. Көнө буйы колхозда эшләп, төндәрен шәл бәйләй әсә. Шәл һатып, донъя бөтәйтә, балаларына кейемдәрҙе лә үҙе тегеп кейҙерә. Ире лә ал-ял белмәй колхозда тир түгә, тракторсы ла, тимерсе лә булып эшләй. Берҙәм тырышлыҡ менән Камалетдиновтар матур йорт һала, ун балаһына ла туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығаралар. Үкенескә, тормош һәр ваҡыт шыма ғына бармай – уйламағанда йөрәк өҙгөс ауыр һынауҙарын да алға ҡуя. Имәндәй дүрт улын ҡара ер ҡуйынына оҙатыу әсә йөрәгенә төҙәлмәҫлек тәрән яралар һала, һаулығын ҡаҡшата. Шулай ҙа һынауҙарға бирешмәҫкә тырыша, тормош юлын лайыҡлы үтә. Ете йыл буйы ауырып түшәктә ятҡан ирен ҡәҙерләп тәрбиәләп ҡарауы ла уның ни тиклем кешелекле булыуын күрһәтә. Хәҙер икенсе яртыһы ла яҡты донъяларҙа юҡ инде.

Бөгөн Рауза инәй Шәүрә ҡыҙының тәрбиәһендә йәшәй, башҡа балалары ла иғтибарҙан өҙмәй. Эргәһендә “Әсәй, өләсәй” тип өҙөлөп торған балалары булыуы менән үтә лә бәхетле ул.

- Дини китаптар уҡыйым. Балалар иҫәнлеген, донъялар именлеген теләп доғалар ҡылам. “Торатау” гәзитенән дә айырылғаным юҡ. Кисә килгән яңы һанын төнө буйы уҡып сыҡтым. Гәзит бик оҡшай, халыҡсан. Элек журналдарҙы ла күпләп алдыра инем әле, - тип һөйләне Рауза Минеғужа ҡыҙы.

Бына шулай һис бер нәмәгә зарланмай, балаларының рухи терәге, кәңәшсеһе булып, уларҙың тормошона ҡот өҫтәп сабыр ғына йәшәй ауылдың матур ағинәйе.
Читайте нас: