“Пежо” машинаһы водителе йәйәүлеләр өсөн үткәүелдән китеп барған ҡатынды күрмәй ҡаламы йәки башҡа сәбәптәнме - фажиғәне тикшереү күрһәтәсәк. Ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән шул урында һәләк була. Водителдең айныҡ булыуы тураһында мәғлүмәт бар. Шаһиттар әйтеүенсә, кисә генә был тапҡырҙа светофор бер юлы ҡыҙыл һәм йәшел уттарҙы күрһәткән. Был хәл йәйәүлене лә, водителде лә яңғылыштырыуы мөмкин. Фажиғә сәбәптәре асыҡланыр, әммә ғүмерҙе ҡайтарып булмай. Водителдәрҙең тиҙлек режимын һаҡлау, йәйәүлеләр үтеү өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙә айырыуса иғтибарлы булыу өҫтөнә, фликерҙар – яҡтылыҡты ҡайтартҡыс махсус элементтар ҡулланыу хаҡында иҫебеҙгә төшөрәйек. Ул йәйәүленең кейеменә, сумка, портфеленә беркетелгән булһа, эңер һәм ҡараңғы ваҡытта фар яҡтыһында кеше асыҡ күренеп торасаҡ. Мәктәптәрҙә фликерҙар таратыу ойошторолғаны бармы? Уларҙың сауҙа нөктәләрендә, хатта дарыуханала һатылыуын беләбеҙме? Көндәлек тормошта үҙебеҙҙе һаҡлауҙың ябай саралары хаҡында бер үк онотмайыҡ.