Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2018, 02:00

“Беҙҙе һаман юлдар саҡыра”, - ти бай тәжрибәле водителдәр Рәйес Хисмәтуллин менән Николай Горшенин

Ғүмер буйы үҙҙәренең эшен яратып башҡарғас, һөнәри байрамдарын да көр күңел менән ҡаршылай улар.

Бөгөн – Автомобилселәр көнө


Ғүмер буйы үҙҙәренең эшен яратып башҡарғас, һөнәри байрамдарын да көр күңел менән ҡаршылай улар.

Рәйес Ямалый улы водитель булып хеҙмәт юлын 1971 йылда Томск ҡалаһында башлай. Тыуған төйәге Ишембайға ҡайтҡас, 18 йыл буйы 1838-се автоколоннала эшләй. Хеҙмәт осоронда алған маҡтау грамоталары ла үҙ эшенең оҫтаһы булыуын дәлилләй. Республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә уңыштары тос: “КАМАЗ” йөрөтөүсе йәш водителдәр араһында уҙғарылған Бөтә союз ярыштарында хатта 2-се урын алыуға өлгәшә.


- Эшләгән осорҙа илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә булырға тура килде. Ҡайҙа ғына ебәрмәһендәр, оҙон юлға һәр ваҡыт ҙур дәрт менән сыға торғайным. Яңы ҡалалар күреү күңелдә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра бит ул, - ти ул.

Хаҡлы ялға сығыуына туғыҙ йыл үтһә лә, һаман да үҙенең руленә тоғро әле Рәйес ағай. “Һөнәри байрамыбыҙ менән барлыҡ водителдәрҙе лә ҡотлайым. Сәләмәтлек, сабырлыҡ һәм юлдарында һәр ваҡыт йәшел уттар ғына янып тороуын теләйем”, - тине 50 йылға яҡын ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған автомобилсе.

Николай Горшениндың бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашырып водитель булып эшләүенә лә 39 йыл булып киткән. Хеҙмәт юлын ул Салауат автоколоннаһында башлаһа, байтаҡ йылдар Ишембай автоколоннаһында ла хеҙмәт итә.


- Водителдән иғтибар ҙа, яуаплылыҡ та талап ителә, иң мөһиме – юлда йөрөүселәрҙең бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәте. Бөгөн был һөнәр эйәләренә ҡатмарлыраҡтыр, тип уйлайым. Сөнки хәҙер транспорт күп, машиналар ағымы ла ҙур. Үҙемдең эшемде бик яратам. Өлкән улым да минең юлымдан китте, водитель һөнәрен һайланы, - тип һөйләне Николай Владимирович.


Әйткәндәй, улар Ишембай автоколоннаһы “КАМАЗ”-сы ветерандарының инициатив төркөмөн булдырыуҙары хаҡында бик ҡыҙыҡһынып һөйләне. Һөнәри байрамдары алдынан йыл һайын осрашып, йәшлектә эшләгән йылдарын хәтергә алалар, шулай уҡ ауыр саҡтарҙа бер-береһенә ярҙам итәләр.

Әле лә руль артынан төшмәгән, көр күңелле, асыҡ йөҙлө, ҙур тәжрибәле водитель ағайҙарҙың үҙҙәренә лә имен юлдар ғына насип булыуын теләйбеҙ.



Фото: автор.



Читайте нас: