Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2018, 02:00

Сирҙе ваҡытында асыҡлау хәйерле

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “ТӨБӘК-АРА МЕДИЦИНА ОНКОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биш йыл эшләү дәүерендә йөҙләгән пациенттың сирен ваҡытында асыҡлап, һауығырға ярҙам иткән. Ә яман шеш менән көрәштә тап ваҡытты отоу мөһим.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “ТӨБӘК-АРА МЕДИЦИНА ОНКОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биш йыл эшләү дәүерендә йөҙләгән пациенттың сирен ваҡытында асыҡлап, һауығырға ярҙам иткән. Ә яман шеш менән көрәштә тап ваҡытты отоу мөһим.


- Бәләкәй ҡалаларҙа һәм райондарҙа беҙҙең йүнәлештә эшләгән белгестәрҙең етмәүе йәки бөтөнләй булмауы сер түгел. Ошо хәлдән сығыу маҡсатынан беҙгә Ишембай районы һәм ҡалаһы, Ауырғазы, Стәрлебаш райондары халҡы беркетелде. Үҙәктә табипҡа күренеү, консультация алыу, йүнәлтмә биреү бушҡа үткәрелә, - ти йәмғиәттең генераль директоры Наталия Шустрова. – Беҙгә килеп күренеү мөмкинлегенән тыш, Ишембайға айына бер тапҡыр үҙебеҙ ҙә сығабыҙ. Ошондай көндәргә ғәҙәттә 150-нән ашыу кеше яҙылыуы халыҡ ихтыяжын күрһәтә.


2013 йылдан эшләп килгән клиника коллективы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ышаныс, абруй ҡаҙанып өлгөргән. Борсоп торған миң, сөйәлдәрҙе тикшертеүҙән башлап, онколог-маммолог, хирург, гинекологҡа тиклем күренеп була бында. Эндокринолог иһә балаларҙы ла ҡабул итә.


- Салауат ҡалаһында күберәк үпкә яман шеше асыҡланһа, Ишембайҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәре яман шеше таралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тән тиреһе, йыуан эсәк шеше лә йыш күренеш, - ти 30 йылдан ашыу тәжрибәгә эйә юғары категориялы хирург-онколог Александр Назмиев. – Сирҙе ваҡытында асыҡлау ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бик күп тапҡырҙарға арттыра. Һаулығыбыҙға үҙебеҙ ҙә ҡул һелтәп ҡарамаһаҡ ине, ауылдан килгән бер апайға, ниңә быға тиклем һуҙып йөрөнөң һуң, тим. “Умарталар күп, унан мал, баҡса”, - ти. Үҙебеҙҙең бошмаҫлыҡҡа белгескә күренеү ҡатмарлығын да өҫтәһәк, үтә күңелһеҙ осраҡтарҙың нигеҙендә нимә ятыуын аңлайһың.


Төбәк-ара медицина онкология үҙәге белгестәре ошо хәлде үҙгәртеүгә ҡулдан килгәнсә үҙ өлөшөн индерә. Эйе, цитология анализдары алыу түләүле. Әммә күп ваҡыт улар кәрәкмәй ҙә булып сыға, бары тик икенсе табипҡа күренеү талап ителә. Ә бит борсолоу-шиктәрҙән арыныу үҙе үк һауығыуға юл.


Шулай итеп, үҙәк белгестәре 27 октябрь, шәмбе көн Ишембайҙағы “МеддисЛайн” дауалау-диагностика үҙәгенә (Совет урамы, 62) килеп, ҡала һәм район халҡын түләүһеҙ ҡабул итәсәк. Бының өсөн 8-987-130-55-66 һәм 8-917-468-57-51 һандары буйынса алдан яҙылырға һәм паспортыңды алыу кәрәк. Тәғәйен ваҡытҡа яҙылып, Стәрлетамаҡҡа барып күренеүҙә лә ҡатмарлыҡтар юҡ - Нахимов урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан үҙәк дүшәмбе-шәмбе көндәре иртәнге сәғәт 9-ҙан эшләй.





Фото: төбәк-ара медицина онкология үҙәге архивынан.





Реклама.


Читайте нас: