Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2018, 02:00

Шатландырҙың, Әмир!

Әрмегә киткән егеттәребеҙҙең хеҙмәт иткән урындарынан рәхмәт хаттары алыу уларҙың яҡындары өсөн генә түгел, барлыҡ ишембайҙар өсөн дә ғорурлыҡ. Күптән түгел Приморье крайында хеҙмәт итеүсе Ҡарайған егете Әмир Вәлиевтың ата-әсәһе Гүзәл Ришат ҡыҙы менән Рөстәм Фәрит улына ла ошондай Рәхмәт хаты килеп төштө.

Әрмегә киткән егеттәребеҙҙең хеҙмәт иткән урындарынан рәхмәт хаттары алыу уларҙың яҡындары өсөн

генә түгел, барлыҡ ишембайҙар өсөн дә ғорурлыҡ. Күптән түгел Приморье крайында хеҙмәт итеүсе

Ҡарайған егете Әмир Вәлиевтың ата-әсәһе Гүзәл Ришат ҡыҙы менән Рөстәм Фәрит улына ла ошондай Рәхмәт хаты килеп төштө.

- Улығыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, тәртипле, хеҙмәттәштәре араһында үҙен өлгөлө итеп танытты. Ҡыҫҡа ғына вакыт эсендә хәрби әҙерлек фәндәре буйынса уңыштарға өлгәште. лығыҙҙы эш һөйөүсән, тыуған иленең тоғро һаҡсыһы итеп тәрбиәләгенегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Уның менән лайыҡлы ғорурлана алаһығыҙ! - тигән юлдар бар ғәскәр часы командирының хатында.

Әмир быға тиклем дә һынатмай. 9-сы кластан һуң ул Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Стәрлетамаҡ колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инә. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, уҡыуын артабан дауам итәсәк. Әмир шулай уҡ яҡташтары алдында милли көрәш буйынса көслө спортсы булараҡ та билдәле. Был йәһәттән уның республика кимәлендә лә ҡаҙаныштары бар.

- Улыбыҙҙың командирынан Рәхмәт хаты алыу беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Артабан да һынатмаһын, - ти һалдаттың ата-әсәһе.


Хеҙмәтен тултырып, киләһе яҙға Әмирҙең иҫән-һау тыуған ауылына әйләнеп ҡайтыуын яҡташтары көтөп ҡала.





Фото: ғаилә архивынан.


Читайте нас: