Бер быуатлыҡ ғүмер! Мария Зыя ҡыҙы лайыҡлы үтә уны, ошо осорҙағы тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты ғына булмай ул, ә уларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Нимәләр генә кисерергә тура килмәһен, көслө кеше булып ҡала, яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтеп, бөгөн дә тормоштан йәм табып йәшәй. Педагогия хеҙмәте ветерандары, уҡытыусылар коллективы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернатының уҡыусылары һәм шәхсән үҙемдең исемдән Уҡытыусыбыҙҙы олуғ юбилейы, данлы ғүмер байрамы менән
ҡотлайбыҙ! Сәләмәт булығыҙ, Мария Зыя ҡыҙы!