Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2018, 02:00

Сабыр ҙа, ғорур ҙа һин, ауыл ҡатыны!

15 октябрҙә Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы Ҡолғонала ҙур байрам ойошторҙо. Сараға Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева килеүе менән дә иҫтәлекле булды был көн.

15 октябрҙә Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы Ҡолғонала ҙур байрам ойошторҙо. Сараға Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева килеүе менән дә иҫтәлекле булды был көн. Районыбыҙҙың абруйлы ағинәйе, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай районының почетлы гражданины Мәрйәм Солтанованың ҡатнашыуы ла биҙәне байрамды.

Йәмғиәтебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың роле ҙур. Ниндәй генә тармаҡты алма – мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ – улар һәр ерҙә лә тырышып хеҙмәт итә, улай ғына ла түгел балалар үҫтерергә, өй ҡотон һаҡларға ла өлгөрә. Ауылда төпләнеп донъя көткән ҡатын-ҡыҙға һәйкәл ҡуйырлыҡ.


Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шаһиева, байрамға килеүселәрҙе тәбрикләп, был сараның ауыл ҡатын-ҡыҙының мәртәбәһен күтәреүгә, уға иғтибарҙы арттырыуға йүнәлтелеүен билдәләне һәм әлеге байрамға төрлө ауылдарҙан өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылыуы хаҡында әйтте. Гүзәл Ғайса ҡыҙы төрлө өлкәлә тырышып хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарға дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Мәрйәм Солтанова, Нәсимә Әйүпова, Әлфинур Латипова, Розалия Мусина, Гөлнара Хисмәтуллина, Сүриә Раҡаева, Гүзәл Насирова, Әлмира Слепова, Йәмилә Ғөбәйҙуллина, Зөһрә Искәндәрова, Шәрифә Юлғотлина күтәрелде был көндө сәхнә түренә.


Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы, ишембайҙарҙы сәләмләп, иң элек Ҡолғона ауылының матур тәбиғәтенә һоҡланыуын белдерҙе, ҡатын-ҡыҙҙың мәртәбәһен арттырған был сараның кәрәклеген дә билдәләп үтте. Шул уҡ ваҡытта ир баһаһын, атай баһаһын күтәрергә, уларҙы һаҡларға саҡырҙы.


Байрамда бер төркөм гүзәл заттар Рәшиҙә Солтанова ҡулынан да маҡтау ҡағыҙҙары алып шатланды.

Ишембай ҡатын-ҡыҙҙары “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыуҙа ла алдынғы булып сыҡты. Уның баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ошо хаҡта әйтте һәм артабан да бергә булырға, журналда барған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға өндәне. Баҫманы алдырып уҡыған, уны таратыуға булышлыҡ иткәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм журнал исеме сигелгән алъяпҡыстар бүләк итте.


Ауыл ҡатын-ҡыҙын данлаған, ҙурлаған шиғырҙар яңғырауы, «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ильяс Кинйәғолов, шулай уҡ Ҡолғона сәхнә оҫталарының сығыштары сараны йылытты, байрам хистәрен көсәйтте. Ҡолғона үҙенең тәбиғәтенең үҙенсәлекле, йәмле булыуы менән генә түгел, асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл халҡы менән дә күңелдә матур хистәр тыуҙырҙы.


Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, тип йыш ҡабатларға яратабыҙ. Ә бит ауыл ҡатыны үҙ хеҙмәте, тырышлығы өсөн маҡтау, иғтибар талап итмәй. Ләкин уның күңеле лә дәртләндереүгә, йылы һүҙгә, маҡтауға мохтаж. Әлеге сара ауылда йәшәүсе гүзәл заттарҙың хеҙмәтен, тормошон данлап, ауыл ҡатынын бер баҫҡысҡа юғары күтәреп, йөҙөн асып ебәргәндәй булды. Был матур башланғыс артабан да һүрелмәҫ, ауыл ҡатындарын ҙурлап, киләсәктә республика кимәлендә лә гөрләтеп сара уҙғарырлыҡ көсөбөҙ бар әле. Ауылдарыбыҙҙы үҙебеҙ данламаһаҡ, кем данлар? Ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһенең тамырҙары ла ауылдарҙа бит.




Фото: автор.




Читайте нас: