Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2018, 02:00

Шиғырҙары йырлай халҡы күңелендә

Күренекеле башҡорт шағиры, журналист, фронтовик Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан тыуған ауылы Ҡанаҡайҙа уның хәтер кисәһе уҙҙы.

Күренекеле башҡорт шағиры, журналист, фронтовик Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан тыуған ауылы Ҡанаҡайҙа уның хәтер кисәһе уҙҙы.


Үткән аҙнала ғына түбәнге әрметтәр яҡташтары, билдәле яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллиндың 100 йыллығын ҙурлап уҙғарһа, Юрматы ере йәнә абруйлы ҡунаҡтар ҡабул итте. Был иһә Ишембай еренең күренекле яҙыусыларға, шағирҙарға бай булыуын күрһәтә. Килгән ҡунаҡтар иң элек Яҡуп Ҡолмойға ҡуйылған бюст эргәһендә уны хәтергә алды. Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев шағирҙың 100 йыллығын билдәләү тыуған ерендә башланһа, артабан Өфөлә лә ошо уңайҙан ҙур сара көтөлөүе хаҡында әйтте.

Үҙенең сығышында тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлеште – Яҡуп Ҡолмойҙоң яңы ғына “Һайланма әҫәрҙәре” донъя күреүен хәбәр итте. Шағирҙың исемен мәңгеләштереүгә, уның ижадын күтәреүгә яҡташтары ҙур иғтибар бүлә. Ауылдың бер урамы Яҡуп Ҡолмой исемен йөрөтә, мәктәп алдында күркәм бюст, эсенә таҡтаташ ҡуйылған. Ә инде 100 йыллығын байрам иткән мәлдә шағир йәшәгән йортҡа ла таҡтаташ беркетелде. Таҡтаташҡа ошондай шиғыр юлдары яҙылған:

“Ғәзиз илем! Күпте күргән ерем,

Йөҙгә йәшлек биреп йәшәрҙең.

Һинең улың булыу ниндәй бәхет,

Һиндә күрәм йәмен йәшәүҙең.”

Яҡуп Ҡолмой заманында ошо ерҙең улы булыуы менән ғорурланһа, бөгөн яҡташтары уның үҙен данлай, хөрмәткә күмә. Ауыл мәҙәниәт йортона хәтер кисәһенә халыҡтың күпләп килеүе лә һөйөндөрҙө. Был да әҙәбиәткә, үҙебеҙҙең күренекле шәхестәребеҙгә ихтирамлы мөнәсәбәтте сағылдырҙы.

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин, Юрматы еренең таланттарға бай булыуын билдәләп, Яҡуп Ҡолмойҙоң ауыр һуғыш йылдарында фашистарға ҡаршы ҡорал менән генә түгел, шиғырҙары менән дә көрәшеүе хаҡында һөйләне. Ҡанаҡай шағирының ерҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырыуын әйтте.

Үҙе был донъянан киткәс тә, яҡташтарының, ижадташ дуҫтарының яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыуы, мәктәп балаларының сәхнәләрҙе яңғыратып шиғырҙарын яттан һөйләүе, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙың тынмауы – шағир ижадының да, үҙенең дә үлемһеҙлеген күрһәтә.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Ишембай районы һәм ҡалаһының почетлы гражданины Ноғман Мусин да шағирҙың ижадына һоҡланыуын белдерҙе:

- Башҡортостанда шағирҙар күп, һәр береһе үҙенсә яҡшы. Ләкин Яҡуп Ҡолмой улар араһында айырылып тора. Үҙенең тыуған еренә мөхәббәте менән үҙенсәлекле ул. Уның шиғырҙарынан йыр аңҡый. Уларға яҙылған йырҙарҙы халыҡ та ярата, - тине ул.


Күренекле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Әнисә Таһированың хәтерләүҙәре лә күңелдең нескә ҡылдарын тибрәтте.

- 1993 йылдың көҙөндә ошо сәхнәлә беҙ Яҡуп Ҡолмойҙоң 75 йәшен билдәләгәйнек. Шағирҙың күңеле күтәренке, шат ине. Һоҡланып ҡарап тороп, оҙаҡ йәшәр әле, тип уйланым. Үкенескә, бер йылдан һуң ул беҙҙе ташлап китте. Уның ошо юбилей кисәһе бер ҙә хәтерҙән сыҡмай. Шунда уға арнап яҙылған онетымды уҡып ишеттергәс, ҡыуанғайны. Күренекле шағир ғына түгел, сонетсы ла ине Яҡуп Ҡолмой. Мин дә сонеттар яҙғас, йыш ҡына уның менән ижад тураһында һөйләшә инек. Шул тиклем эскерһеҙ, изгелекле кеше булды. Оло талантын хөрмәтләп килгәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт, - тине шағирә.

Күренекле яҙыусысатирик, шағир һәм публицист Марсель Сәлимов үҫмер сағында Яҡуп Ҡолмой менән танышҡан мәле, шул ваҡыттан уның һымаҡ булырға ынтылыуы хаҡында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.





Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 81-82-се һандарында (10.10.2018) уҡығыҙ.





Фото: автор.





Читайте нас: