Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2018, 02:00

Өс нәмә тоталыр беҙҙе: Ер, тел, иман...

Матур ғаилә - ил ҡото, тип юҡҡа әйтелмәгән. Эльвира менән Артур МӨХӘМӘТЙӘНОВТАРҘЫ, өс бала – Алтынай, Камил һәм Ҡадирҙы үҫтергән һоҡланғыс парҙы, Ишембайҙа һирәктәр генә белмәйҙер. Артур Рим улы “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре муниципаль ансамблен етәкләһә, Эльвира әле баш көллө балалар тәрбиәләүгә сумған.

11 октябрь – Республика көнө


Халыҡ шағиры Хәсән Назар һүҙҙәренә ауаздаш итеп, тап ошо бөйөк ҡиммәттәрҙе һаҡлаған ғаиләләр Башҡортостаныбыҙ киләсәге тип әйтке килә.


1990 йылдың 11 октябрен, Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән тарихи көндө иҫләп, үҙ асылыбыҙға тоғро ҡалыу, балаларыбыҙҙың туған телен юғалтмауы, еребеҙҙе данлап йәшәү хаҡында һөйләгәндә, быларҙың барыһы ғаилә тәрбиәһенә нигеҙләнеүен аңлайһың. Матур ғаилә - ил ҡото, тип юҡҡа әйтелмәгән. Эльвира менән Артур МӨХӘМӘТЙӘНОВТАРҘЫ, өс бала – Алтынай, Камил һәм Ҡадирҙы үҫтергән һоҡланғыс парҙы, Ишембайҙа һирәктәр генә белмәйҙер. Артур Рим улы “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре муниципаль ансамблен етәкләһә, Эльвира әле баш көллө балалар тәрбиәләүгә сумған. Ә был төплө тәрбиә үҙен белгертмәй ҡалмай. Алтынай менән Камилдың ҡатнашлығынан башҡа 2-се башҡорт гимназия-интернатында берәй мәҙәни сара үтәме икән?! Камил - “Байыҡ” телевизион башҡорт бейеүе конкурсында Гран-при яулаған егет. Халыҡ ынйылары тип ошондай рухлы ғаиләләргә ҡарата әйтеп булалыр. Йәмғиәтебеҙгә тап улар ишеләр өлгөһө кәрәк. Республикабыҙҙың бөгөнгөһө һәмкиләсәге ышаныслы, күге аяҙ, ғаиләләребеҙ ишле, ныҡ булһын!




Фото: автор.



Читайте нас: