Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2018, 02:00

“Шифаханамы ни!”- тип шатлана йәнырыҫтар яңы фельдшер-акушер пунктына

Ауыл халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙләнеп көттө. Бәхетлеләрҙең байрамы бер көндә тигәндәй, Республикабыҙ көнө алдынан булған тантана – Йәнырыҫта фельдшер-акушер пункты асылыуы, ғөмүмән, районыбыҙҙағы ҙур эштәр тарихына яҙылды. Халыҡ өсөн үтә лә кәрәкле төҙөлөштө үҙ аҡсаларына ағалы-ҡустылы Илфат менән Илшат Ниғмәтуллиндар атҡарып сыҡты.

Ауыл халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙләнеп көттө. Бәхетлеләрҙең байрамы бер көндә тигәндәй, Республикабыҙ көнө алдынан булған тантана – Йәнырыҫта фельдшер-акушер пункты асылыуы, ғөмүмән, районыбыҙҙағы ҙур эштәр тарихына яҙылды. Халыҡ өсөн үтә лә кәрәкле төҙөлөштө үҙ аҡсаларына ағалы-ҡустылы Илфат менән Илшат Ниғмәтуллиндар атҡарып сыҡты.


Заман талаптары буйынса төҙөлгән иркен, яҡты бина хәҙер ауыл күрке. Ул Йәнырыҫ һәм Яңы йорт ауылдары менән бергә 700-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк. Илшат менән Илфат Әнүәр улдары халыҡ сәләмәтлегенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк был изге ғәмәлдәрен ауыр йылдарҙа “Трудовик” колхозында эшләп, яҙмыш һынауҙарын сыҙам күтәргән, оло тәрбиә биргән әсәләре Сәүиә Нуриәхмәт ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә арнаған. Әсә рухын ҙурлау бер булһа, булдыҡлылыҡ, оло йөрәк һәм киң күңел менән халыҡҡа хеҙмәт итеү өлгөһө лә был.


- Ошо йылдар эсендә Тимашевка, Ишем, Биксән, Восток ауылдарында ла яңы фельдшер-акушер пункттары төҙөлдө, Верхоторҙа модулле яңы ФАП асылды, ә Ниғмәтуллиндарҙың был ҙур бүләге йәнырыҫтар өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Район үҫешенә һалынған ҙур хеҙмәт был, - тине район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин. - Быйыл яҙ ғына башланған төҙөлөш бөгөн халыҡты ҡабул итеүгә әҙер. Әлбиттә, ул тәү сиратта сирҙәрҙе иҫкәртеүгә хеҙмәт итһен, халыҡтың бер таянысы булһын, - тип сарала ҡатнашыусы Илфат Әнүәр улына тәрән рәхмәт белдерҙе.


Булдыҡлы яҡташыбыҙға муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырған мәлдә ауылдаштары йөҙөндә лә оло ихтирам яҙылғайны. Ҙур мөмкинлектәргә эйә булыу бер, ә бына тапҡаныңды халыҡ ихтыяжындағы эштәргә йүнәлтеү - тик ҙур шәхестәр сифаты. Әлеге көндә “Аструм” сауҙа үҙәгенең башҡарма директоры булған Илфат Әнүәр улы ҡустыһы Илшат менән фельдшер-акушер пунктын 10 миллион һумға яҡын үҙ аҡсаһына төҙөтә. Байрамға тип, тағы бер ҙур эште өлгөртөргә тырышҡан Ниғмәтуллиндар. Уныһы иһә - яугир ата-бабалар иҫтәлегенә ҙур обелиск. Унда Еңеү өсөн башын һалған һәм ҡайтырға насип булып, тыуған ерен күтәргән һәр яугир исеме уйып яҙылған. Мәҙәниәт йорто тапҡырында урынлаштырылған обелискының әле бер аҙ эргә-тирәһен рәтләргә ҡалған.


- Фельдшер-акушер пунктында бөтә уңайлыҡтар бар, ҡаҙанлыҡҡа тоташтырылған, йылы һыу ағып тора. Ниғмәтуллиндар кеүектәрҙә ауыл ҙур таяныс тоя. ФАП-ты Үҙәк район дауаханаһы бүлгән ҡорамалдар менән йыһазландырып та өлгөрҙөк, - тине ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Минияр Маннанов тантанаға йыйылған ауылдаштары рәхмәтен төҙөүселәргә юллап. Төҙөлөш эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта намыҫлы атҡарып сыҡҡандар ҙа тантанала Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.


- Бала саҡ иҫтәлектәре Йәнырыҫтан айырылғыһыҙ, әсәйебеҙҙең, үҙебеҙҙең тыуған ауыл булараҡ, ул һәр саҡ күңел түрендә. Бөгөн әсәйем менән бер осорҙа иңгә иң тырышҡан оло ағайҙар, апайҙарҙан рәхмәт ишетеү ҡәҙерле. Артабан да ҡулдан килгәнсә ауылға ярҙам итеп торасаҡбыҙ, - тине Илфат Әнүәр улы тулҡынланыуын йәшермәй.


Ярты быуаттан ашыу хеҙмәт иткән иҫке бинанан күсенгән медицина хеҙмәткәрҙәренең йөҙөндә лә ҙур шатлыҡ. ФАП мөдире Рәхилә Бикташеваға 33 йыл эшләү дәүерендә ошо ҡыуаныслы ваҡиғаны ауылдаштары менән бергә кисерергә яҙған.

- Бигерәк тә ололар, шифаханаға килгән кеүек бит был, иҫән-һау файҙаһын күрергә булһын, тип шатлана. Балалар өсөн айырым бүлмә лә бар, иркен, яҡты, - ти Рәхилә Әхтәм ҡыҙы. Санитарка Сажиҙә Усманова, Ҡыяуыҡ ауылы фельдшеры Гүзәл Баһауетдинова ла бындай шарттарҙа халыҡҡа арымай-талмай хеҙмәт итергә кәрәклеген әйтте.


Мәрхүмә Сәүиә Нуриәхмәт ҡыҙының бала саҡ әхирәте Мәрйәм инәй Яхина ла тәүгеләр рәтендә яңы ФАП-та ҡан баҫымын үлсәтеп сыҡты:

- Шундай улдар үҫтергән әсәнең урыны йәннәттә булһын, барыбыҙға ла балалар изгелеге насип итһен!




Фото: автор.





Читайте нас в