Торатау
-6 °С
Ҡар
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 02:00
Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр, стартҡа!
13 октябрь, шәмбе көн, ҡалабыҙҙа бик матур сара көтөлә. “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында сабый көткән буласаҡ әсәйҙәр һәм бәләкәстәр ярышасаҡ.
13 октябрь, шәмбе көн, ҡалабыҙҙа бик матур сара көтөлә. “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында сабый көткән буласаҡ әсәйҙәр һәм бәләкәстәр ярышасаҡ.
“Суперәсәй” һәм “Карапуздар, стартҡа!” тип аталған был күңелле ярыштарҙа ҡатнашыуға ғаризалар
8 917 383 7152
телефоны аша ҡабул ителә. Сараны ойоштороусылар - Йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре бүләктәрҙең шәп, тойғоларҙың бай буласағы хаҡында белгертте. Сабыйҙарҙың 6 айҙан 2 йәшкә тиклем булыуы шарт. Үҙәк район дауаханаһы конкурста ҡатнашыусы йөклө ҡатындар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә әҙерләгән. Ярыш иртәнге сәғәт унда башлана.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"