Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 02:00

Берғамыт һыуы бит ул

Донъя таныуҙы йәнтөйәгеңдән башлау зарур. Тыуып үҫкән еремдең ер-һыу атамалары, тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында мәғлүмәтле булайым, балаларыма, ейән-ейәнсәремә ошо ҡиммәт белемдәрҙе еткерә беләйем, тигәндәр өсөн был "Йәнтөйәгем" рубрикабыҙ. Бөгөн “Ишембай энциклопедияһы”на таянып, данлы Берғамыт шишмәһе хаҡында мәғлүмәт килтерәбеҙ.

Берғамыт (русс. Берхомут), үҫә барыусы карст һыу сығанағы, 1965 йылдан геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Хажы ауылынан 350 метр көнъяҡҡараҡ урынлашҡан. 219,5 метр бейеклегендә эзбизташ һәм ҡомташ тау тоҡомдарынан һалынған Ыласынтау итәгенән сыға. Дебиты – секундына 780-1300 литр. Сөсө һыулы, гидрокорбанат кальцийлы, температураһы 70 0С. 1973 йылда шишмә бетон саркофаг менән ҡаплана һәм 50 километрға һуҙылған һыу үткәргестәр буйлап, ҡаланың бер өлөшөн һыу менән тәьмин итеү өсөн, Стәрлетамаҡҡа йүнәлтелә.

Шишмә Шиҙе йылғаһына ҡоя. Һыуы һалҡын, тәмле.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы территорияһы ландшафты йүкә, саған һәм имән урмандарынан тора. Уның турала тәүге тапҡыр 18-се быуатта академик И.И.Лепехин (1770) яҙа. Тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеүсе һәм сәйәхәтсе яҙмалары буйынса, заманында быуа ҡоролғас, һыу кимәле 4 метрға күтәрелгән, быуала һыу тирмәне эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан 25 кВт ҡеүтле ГЭС төҙөлгән булған. Атамаһы “бер ҡамыт”, руссаға тәржемә иткәндә “один хомут” тигәндән барлыҡҡа килгән. Легенда буйынса, ошо тирәлә йәшәүсе бер кеше аты менән яҡындағы күлдә бата. Һуңғараҡ ошо сығанаҡта ни бары ҡамыты ғына табыла.

Читайте нас: