Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 02:00

Балалар тыуған еребеҙ тарихын белеп үҫә

Бөгөн Әхмәр мәҙәниәт йортонда башланғыс класс уҡыусылары өсөн Республика көнө уңайынан "Башҡортостан минең илем,Ҡурайстан минең ерем" исемле сара уҙҙы.

Бөгөн Әхмәр мәҙәниәт йортонда башланғыс класс уҡыусылары өсөн Республика көнө уңайынан "Башҡортостан минең илем,Ҡурайстан минең ерем" исемле сара уҙҙы.


Өсөнсө класс уҡыусылары башҡорт халҡының килеп сығышын, нисек итеп Уралда төпләнеп йәшәй башлауҙарын сәхнәләштерҙе. Шулай уҡ, тыуған ил, ер тураһында йырҙар башҡарҙы, Башҡортостандың бөгөнгөһө тураһында һөйләп үтте.

Сараның икенсе өлөшөндә дүртенсе класс уҡыусылары өсөн "Башҡортостанды беләһеңме?" викторинаһы ойошторолдо. "Башҡорттар" һәм "Йәйғор" командалары үҙ-ара көс һынашты. Ике команда ла лайыҡлы сығыш яһап, мәрәйҙәр һаны тигеҙ булды.

Кисәне уҙғарыуҙа Әхмәр урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәзилә Әсҡәт ҡыҙының өлөшө ҙур булды. Уға һәм уҡыусыларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!




Читайте нас: