Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2018, 02:00

Ауыл халҡының өмөтө ҙур

Әҙәм балаһының ғүмере, һаулығы табип хәстәренә мохтаж. Табиптан уңыу, бигерәк тә беҙҙең заманда, ҙур бәхет ул. Маҡар ауылы халҡы ла был йәһәттән ҡытлыҡ кисермәне, төрлө йылдарҙа беҙҙең участка дауаханаһында эшләп киткән табиптарыбыҙҙың һәр береһе оло рәхмәткә лайыҡ.

Әҙәм балаһының ғүмере, һаулығы табип хәстәренә мохтаж. Табиптан уңыу, бигерәк тә беҙҙең заманда, ҙур бәхет ул. Маҡар ауылы халҡы ла был йәһәттән ҡытлыҡ кисермәне, төрлө йылдарҙа беҙҙең участка дауаханаһында эшләп киткән табиптарыбыҙҙың һәр береһе оло рәхмәткә лайыҡ.


Шулай ҙа дауаханабыҙҙың иң сәскә атҡан осоро тип халыҡ һаулығы һағында торған күркәм пар – Әминә менән Варис Богдановтар эшләгән дәүерҙе атар инем. Был фекерем менән ауылдаштар ҙа килешер. Стационарҙа дауаланған иллегә яҡын сирлене улар бөтә белемен, тырышлығын һалып, ысын мәғәнәһендә аяҡҡа баҫтыра торғайны. “Тиҙ ярҙам” машинаһы яҡын тирәләге әле был, әле теге ауылға сыҡты, физкабинеттан, теш дауалау бүлмәһенән кеше өҙөлмәне. Ашнаҡсылар пациенттарҙы көнөнә өс мәртәбә ашатып өлгөрҙө. Әминә Мәжит ҡыҙы энә ҡуйып дауалау - иглотерапия алымын да уңышлы ҡулланды. Шуныһы иҫтә ҡалған, Богдановтар сирлеләрҙе ҡала дауаханаһына оҙатыу яғын ҡараманы, үҙҙәре дөрөҫ диагнозын да ҡуя, дауалай ҙа белде.

Әммә тормош үҙгәрешһеҙ булмай. Оптимизация, штатты кәметеү шауҡымы беҙҙең участка дауаханаһына ла ҡағылды. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационар бөтөрөлдө, дәүләт дарыуханаһы ябылды. Ошо сәбәптәрҙәнме, табиптарыбыҙ икенсе ергә эшкә күсте. Ә был мәҡәләне яҙыуға ауылыбыҙ өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ этәрҙе – Богдановтар ҡайтанан үҙебеҙгә эшкә ҡайтты! Хәҙер баш табип Варис Миңлеғариф улының төп маҡсаты – дауахананы элеккесә гөрләп эшләгән хәленә ҡайтарып, халыҡҡа мөмкин тиклем файҙалы булыу.


Бөгөн Маҡар участка дауаханаһына туғыҙ ауылдың дүрт меңдән ашыу кешеһе ҡарай. Тәүлек әйләнәһенә тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн стационарһыҙ булмай тигән фекерҙе ауылдаштар күптән әйтә килә. Һәр ауылдан икешәр генә кеше килеп дауаланған осраҡта ла, егерме пациентты һауыҡтырыу өсөн ятаҡхананың кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Дәүләт кимәлендә лә заманса медицина мөмкинлектәрен ауыл халҡына яҡынайтыу, ҡулай итеү өсөн төрлө программалар ҡабул ителә. Әммә әлегә был үҙгәрештәрҙе беҙ үҙебеҙҙә тоймайбыҙ. “Тиҙ ярҙам” машинаһының береһенә 17 йыл булһа, икенсеһе 10 йылдан ашыу халыҡҡа хеҙмәт итә. Халыҡ һаулығы – дәүләт байлығы тигән лозунгы һәр заманда көнүҙәк булып ҡала. Бөгөнгө халыҡ, киләсәк быуын һау-сәләмәт булғанда ғына илебеҙ сәскә атасаҡ. Ауыл халҡының теләген вәкәләтле кешеләр ишетһен, ҡулдан килгәнсә ошо йүнәлештә хәстәрлек күрһә ине. Һаулыҡ һаҡлау тармағын етәкләүселәрҙән яуап булһа, бигерәк тә яҡшы.





Гәзит уҡыусыбыҙ хатында күтәргән һорауҙы Ишембай Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Азамат ХӘЙБУЛЛИНҒА юлланыҡ һәм түбәндәге яуап алдыҡ.

- Муниципаль районға санитар автотранспорт алыу РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы финанслауы нигеҙендә башҡарыла. Әлеге көндә ошо маҡсатҡа заявкалар бирелгән. Участка дауаханаларының матди-техник базаһын яҡшыртыу буйынса планлы эш алып барыла.
Читайте нас: