Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2018, 02:00

ЯҠТЫ НУРЫ ҠАЛДЫ

29 сентябрҙә берҙән-бер һөйөклө, ғәзиз балабыҙ –ҡыҙыбыҙ ӘЙҮПОВА Алинаның мәрхүм булыуына 40 көн тулды...

29 сентябрҙә берҙән-бер һөйөклө, ғәзиз балабыҙ –ҡыҙыбыҙ ӘЙҮПОВА Алинаның мәрхүм булыуына 40 көн тулды...


Бер ата-әсәгә лә балаһын табутҡа һалырға яҙмаһын - бөтә күңелемдән ошоно теләйем. Әйтеп бөтөргөһөҙ һыҙланыу, яра күңелдә. Бындай хәлдә ваҡыт дауалай тигәнгә ышанып булмай. Бер йыл тигәндә зәһәр сир балҡып торған ҡыҙыбыҙҙы алып китте. “Ниңә шундай ғәҙелһеҙлек!” тип, балаң йәшәһен өсөн үҙеңдең йәнеңде лә һурып бирергә әҙер булғанда Хоҙай Тәғәләгә лә ышаныуы ҡыйын. Әммә беҙ бар күңел менән уға һыйынып, Алинабыҙҙың рухы тыныс, йәне йәннәттә булыуын һорайбыҙ.


Бик күп кешеләр ярҙам итте беҙгә, ҡулдан килгәнсә рухи һәм матди таяныс булдылар. Барығыҙға ла оло рәхмәт! Ғаиләбеҙ мәңге бурыслы кешеләр араһында ауылдашыбыҙ Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова менән уның улы Радик Ирек улын айырып әйткебеҙ килә. Быға тиклем дә уларҙың бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам итеүен белә инек, ә үҙебеҙ кисергән оло ҡайғы быға тағы бер инандырҙы. Беҙ уларға туған да, яҡын кеше лә түгел, әммә Мәрйәм апай тәүге көндәрҙән үк бәләбеҙҙе оло әсә йөрәге менән ҡабул итте. Сер түгел, ҡайҙа мөрәжәғәт итһәң дә танышлыҡ, юғары даирәләрҙә эшләгәндәрҙең ярҙам итешеп ебәреүе кәрәк. Ә бизмәнгә балаңдың ғүмере, һаулығы ҡуйылғанда ябыҡ ишектәргә шаҡыуҙан, табиптар битарафлығынан да ауырыраҡ нәмә юҡ. Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы һәм Радик Ирек улы дауаланыу осоронда ҙур матди ярҙам күрһәтеү өҫтөнә, өмөттәр бына-бына өҙөлә тигәндә, абруйлы һүҙҙәре менән кәрәк ишектәрҙе асырға, ҙур табиптар ҡулына эләгергә ярҙам итте. Мин уларҙы Маҡар ауылын яҡлап, һаҡлап торған фәрештәләргә тиңләйем. Хоҙай Тәғәлә бар изгелектәре өсөн үҙҙәренә һәм яҡындарына оҙон бәхетле ғүмер насип итә күрһен!

Яман шеште еңдек тигәндә генә ҡыҙыбыҙҙың ғүмере йөрәгендәге тромбтан өҙөлдө. Көслө дарыуҙың кире эҙемтәһен кәметеүсе препараттар тәғәйенләнмәгән. Эйе, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ышаныс бөткән, табиптар вайымһыҙлығынан төңөлгән мәлдәр ҙә булды. Өфөлә яман шештең төрлө формалары менән яфаланған балалар клиникаһындағы мөхитте, ундағы кисерештәрҙе эстән күрҙем. Кисен генә иҫән балаларҙың таң менән бер юлы дүрт-бише китеүенә шаһит булаһың. “Әсәй, унда яҡтымы, ҡараңғымы? Ҡараңғы булмаһа ине...” - шунда дауаланған бәләкәй малайҙың үҙәк өҙгөс һорауы был. Медицина көндән-көн алға атлай, нимә генә уйлап табылмай, йыһанды ла, ер аҫтын да арҡырыға-буйға иңләйбеҙ, ә ошо сиргә ҡаршы шул тиклем көсһөҙбөҙ! Балалар, йәштәр ата-әсәһе ҡулында үлә. Ябай ғына нәмәләрҙә абынабыҙ - сир ваҡытында асыҡланмаған, дөрөҫ препарат тәғәйенләнмәгән, ҡиммәтле дарыуға аҡса булмаған...

Бер генә төшөмә керҙе Алинам. Зәңгәр күҙҙәре менән тултырып ҡарай, үҙе матур кәлдәктә, оҙон сәсен тегеләй ҙә былай бәүелтеп нимәгәлер шатлана. Атай, әсәй, өҙгөләнмәгеҙ, бөтәһе лә яҡшы, тип әйтә кеүек. Бер ҡасан да борсолдорманы ул беҙҙе, яҡшы уҡыны, матур шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһынды, тырыш, кешелекле, ихлас булды. Яҡты нуры ҡалды балаҡайымдың. Мәрхәмәтлек фондынан аҡса бүленеүен хәбәр итеп, ике аҙнанан Израилгә дауаланырға осорға тип, барыбыҙ ҙа өмөтләнеп йөрөгәндә ҡапыл китеп барҙы...


Юғалтыуҙар күп нәмәне аңларға, башҡаса баһаларға өйрәтә. Был донъяла яҡындарың именлегенән, һаулығынан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ. Хоҙай Тәғәлә бала ҡайғыларынан аралай күрһен, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек. Алинабыҙ рухына уҡылған доғалар ҡабул була күрһен. Хәҙер ул үҙе барыбыҙҙы - яҡындарын, дуҫтарын, иң ауыр көндәрендә таяныс булған кешеләрен һаҡлап тороусы фәрештә.



Фото: ғаилә архивынан.


Читайте нас: