1 октябрҙән Ишембай районы территорияһында пассажирҙар йөрөтөүҙе “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалы булған Салауат автотранспорт предприятиеһы башҡармаясағы халыҡта күп һорауҙар тыуҙырҙы. Эйе, рейстар үҙен аҡламай, автобуста 2-3 кеше йөрөй, халыҡ билет алып бармай тиһәләр ҙә, бөтәһе лә шәхси машинала ғына елдермәй. Бигерәк тә социаль карталар менән ташламалы хаҡҡа йөрөүселәрҙең борсолоуын аңларға була. Хәлде муниципаль район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары, хеҙмәттәр һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бүлеге етәксеһе Азат ХАННАНОВ аңлатып үтте.
- Борсолорға урын юҡ, был ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл түгел. “Башавтотранс” предприятиеһының муниципаль районда пассажирҙар йөрөтөүгә килешеү ваҡыты 31 сентябрҙә тамамланды. 220-се Федераль законға ярашлы был хеҙмәтте күрһәтеүгә асыҡ конкурс иғлан ителде. Һөҙөмтәлә унда бөтәһе биш транспорт компанияһы ҡатнашты һәм “ТрансСпецСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеп сыҡты. 1 октябрҙән тап ошо компания автобустары райондағы маршруттар буйынса пассажирҙар йөрөтөүгә сыҡты. Шул уҡ ваҡытта “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының Салауат ҡалаһындағы филиалы автобустары халыҡты Салауатҡа һәм ошо йүнәлештәге сәнәғәт предприятиеларына йөрөтөүҙө дауам итә.
“ТрансСпецСервис” йәмғиәте пассажирҙар ташыуҙы БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан ҡуйылған хаҡтар буйынса ойоштора. Маршруттар, автобустарҙың йөрөү ваҡыты һәм хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Компания транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү баҙарында 2006 йылдан эшләй һәм заманса яңы автопаркы булыуы менән алдыра. Берҙәм социаль юл йөрөү билеттары ла ҡулланышта, ташламалы йөрөүгә хоҡуғы булғандар уның менән элеккесә файҙаланасаҡ. “Башавтотранс” транспорт карталарын яңыраҡ тулыландырған йәки унда аҡсағыҙ ҡалған осраҡта ҡала автовокзалына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ беҙҙең бүлектең ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса белгесенә 3-37-76 һандары буйынса шылтыратып, кәңәшләшергә була.
Маршруттарға килгәндә, Ишембай – Восток пассажирҙар рейсы хәҙер Әхмәр ауылы аша үтәсәк. Ишембай-Ҡолғона маршруты буйынса йәнә лә ҡатмарлыҡтар тыуҙы, пассажирҙар йөрөтөүгә яңынан конкурс иғлан итергә мәжбүрбеҙ.