Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2018, 02:00

Ибраһим ағай кеүектәр үлмәй

СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан тыуған ауылы Түбәнге Әрметтә уның хәтер кисәһе үтте.

Хәрәкәтһеҙ кәүҙәм, ә күңелем

Аҡҡош булып үргә талпына.

Йөрәгемдә булған хистәремде

Шиғыр итеп бирәм халҡыма.


Ибраһим Ғиззәтуллин.



СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан тыуған ауылы Түбәнге Әрметтә уның хәтер кисәһе үтте.


Өфөнән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Ишембай районы һәм ҡалаһының почетлы гражданины Ноғман Мусиндың, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәли Килмөхәмәтовтың ҡатнашыуы сараның бәҫен тағы ла арттырҙы. Абруйлы шәхесте хәтерләү уның исемен йөрөткән мәктәптә яҙыусы иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалыуҙан башланды. Тағы ла бер ваҡиға менән үҙенсәлекле булды был көн – Ибраһим Ғиззәтуллин йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.



Яҙыусының, уның ҡатынының вафатына байтаҡ йылдар уҙһа ла, йорт ҡараулы, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип күҙгә ташлана. Өфөлә йәшәүсе ҡыҙҙары Зилә Аҡсарова йыш ҡына ҡайтып йорт-ихатаны тәрбиәләп тора икән. Атаһының исемен мәңгеләштереп йортҡа таҡтаташ ҡуйылыуына, ошондай ҙур сара уҙғарылыуына ул район, ауыл хакимиәтенә ҙур рәхмәтен белдерҙе.


- Был йорт беҙҙең өсөн бик изге ер. Атайым менән әсәйемдең хәләл көстәре менән донъя ҡорған, мөхәббәтле ғүмер кисергән йорттары. Атайымдың тыуыуына 100 йыллыҡты билдәләгәндә әсәйемде лә хәтерләп үтмәү мөмкин түгел, уның шул тиклем ҙур йөрәкле кеше булыуын әйтке килә. Атайымдың яҙмышында әсәйем осрамаһа, ул, бәлки, был тиклем уңыштарға өлгәшә лә алмаҫ ине. Әсәйем бер ҡасан да тормошона зарланманы, киреһенсә, мин иң бәхетле ҡатындарҙың береһе, тиер ине. Атайым был донъянан киткәс ярты көсөн юғалтҡандай булды, сөнки атайым уға рухи яҡтан көс биреп торҙо, - тип һөйләне Зилә Ибраһим ҡыҙы.


Зөләйха менән Ибраһим Ғиззәтуллиндар биш бала үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә ҡыҙҙары Зилә менән Зифа ғына иҫән. Ләкин Ғиззәтуллиндар нәҫеле йәшәй, ишәйә, бөйөк яҙыусының дауамы булған бүлә-бүләсәрҙәре генә хәҙер ун алты.

Шулай, үҙеңдән һуң матур, лайыҡлы балалар ҡалдырыу юғалмай торған яҡты эҙгә тиң. Әлеге сараға әҙиптең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыуы, яҡты хәтирәләре менән бүлешеүҙәре Ибраһим Ғиззәтуллиндың үткер ҡәләмле яҙыусы ғына түгел, ә яҡшы атай, олатай булыуын йәнә дәлилләне. Ә инде һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡан Ибраһимға тормошҡа сығып, бәхетле ғаилә усағы булдыра алған, ирен яҙыусы булараҡ үҫтерергә ярҙам иткән көслө рухлы ҡатындың үҙенә лә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ауыл зыяратына барып Зөләйха менән Ибраһим иззәтуллиндарҙыңҡәберҙәренә сәскәләр һалынды. Мәңгелек йорттарының да ҡараулы, тәрбиәле булыуы яҡындарының уларҙы онотмауын тағы бер иҫбатланы.

Ауыл мәҙәниәт йортондағы хәтер кисәһе лә күңелгә үтерлек итеп ойошторолдо. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың хәтирәләрен зал йотлоғоп тыңланы.

- Ибраһим Ғиззәтуллинға 100 йәш тип әйтер инем, сөнки уның кеүек ҡаһарман ирҙәр үҙҙәренең көслө рухы, беҙгә ҡалдырған күңел байлыҡтары менән үлмәй. Яҙыусы менән һөйләшеп ултырыуы үҙе бер ғүмер ине. Бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелгәнен, зарланғанын күрмәнем. Уның бөйөклөгөн аңлап бөтөү мөмкин түгел. Ҡатыны тураһында: “Зөләйха – ярты йәнем “, - тиер ине. Ысынлап та, Зөләйха апай булмаһа, ул был бейеклектәргә күтәрелә лә алмаҫ ине. Яҙыусы йәшәгән йортҡа таҡтаташ эленеүен, мәктәптең уның исемен йөрөтөүен, эргәһендә һәйкәл ҡуйылыуын күреп ҡыуандым. Бының өсөн рәхмәт әрметтәргә. Шулай ҙа бер теләгем бар – Ишембайҙа Ибраһим Ғиззәтуллин исемен йөрөткән урам булдырыу сараһын күрәйек, – тине ул сығышын тамамлап.






Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 79-сы һанында (02.10.2018) уҡығыҙ.



Фото: автор.





Читайте нас: