Балалары тигәндән, береһе - Ҡырымда, икенсеһе - Алма-Атала, өсөнсөһө Амур өлкәһендә донъя көтә. Ҡалған икәүһе Стәрлетамаҡта һәм Салауатта йәшәй. Ата-әсәләрен иғтибарҙан өҙмәһәләр ҙә, оло йәштәге инәй менән бабай үҙҙәре лә ҡартлыҡҡа бирешерлек түгел әле. Йәштән хеҙмәттә сыныҡҡан быуын әле булһа эшһеҙ тора алмай. Умарталары айыра башлаһа, бергәләп сығып китәләр, бәрәңгене лә инәй бер ҡыйынһынмай үҙе утап ҡуя икән, кәзә аҫрайҙар, уның шифалы һөтөнән өҙөлмәйҙәр.