Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2018, 02:00

70 йыл бергә !

Ғүмер тигәнең тиҙ генә үтә лә китә икән ул. Беҙҙең атай менән әсәйгә лә 86-ар йәш булып киткән. Улар икеһе лә Ҡанаҡай ауылында тыуып-үҫеп, 16 йәштә генә ҡауышып, 70 йыл бергә ғүмер итәләр.

Ғүмер тигәнең тиҙ генә үтә лә китә икән ул. Беҙҙең атай менән әсәйгә лә 86-ар йәш булып киткән. Улар икеһе лә Ҡанаҡай ауылында тыуып-үҫеп, 16 йәштә генә ҡауышып, 70 йыл бергә ғүмер итәләр.


Ғәбиҙә Яҡуп ҡыҙы менән Байтимер Сәйетғәле улы АЛТЫНБАЕВТАР – икеһе лә хеҙмәт ветераны, ғүмер буйы “Коммунизм” колхозында арымай-талмай хеҙмәт иттеләр. Механизатор атайым “ҡорос аты” менән ялан-ҡырҙарҙы гиҙһә, сөгөлдөрсө әсәйем хаҡлы ялға сыҡҡансы баҫыуҙан ҡайтманы. Ауыр хеҙмәт, 8 бала уларҙың һаулығын ҡаҡшатты, әлбиттә. Бөгөн беҙ атай-әсәйебеҙ алдында үҙебеҙҙең балалыҡ бурысыбыҙҙы үтәргә, нисек тә булһа тормоштарын еңеләйтергә, ҡартлыҡтарын йәмләргә тырышабыҙ. Ғаиләлә иң өлкәне булған Фәриҙә апайыбыҙ (фотола) уларҙы тәрбиәләргә тип Өфөнән үк күсеп ҡайтты. Ләкин ҡаҡ-шаған һаулыҡ үҙенекен итә, ғәзиздәребеҙ даими медицина ярҙамына мохтаж. Бәхеткә күрә, ауылыбыҙҙың фельдшер-акушер пункты хеҙмәткәрҙәре оло быуынға айырыуса иғтибарлы. Гөлсинә Ғилметдин ҡыҙы Аҡбулатова менән Сажиҙә Рәсүл ҡыҙы Ҡотлоева атай-әсәйебеҙҙең хәлен һорашып, тейешле дауаһын биреп тора. Көнмө-төнмө, кәрәк саҡта һәр саҡ ярҙамға ашығалар. Матур һүҙ – үҙе йән аҙығы, дарыу-уколдар менән генә түгел, йылы, ихтирамлы мөнәсәбәттәре менән дә ҡарттарҙың йәнен дә, тәнен дә дауалай улар.

Атайым менән әсәйемде Ололар көнө менән ҡотлап, уларҙың ғүмерен оҙайтҡан аҡ халатлы ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Үҙҙәренә лә ныҡлы һаулыҡ, ауыр эштәрендә сабырлыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Читайте нас: