Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2018, 02:00

Юғарынан ғына идара итә

Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы – “Иҙел Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарға ғына ышанып тапшырылған эштәр бар. Шуларҙың береһе – кран машинистары.

30 сентябрь – Машина эшләүселәр көнө


Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы – “Иҙел Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарға ғына ышанып тапшырылған эштәр бар. Шуларҙың береһе – кран машинистары.


Тимер-томор һәм гүзәл зат - берәүҙәр өсөн килешмәгәнерәк күренеш тойолһа, заводтың үҙендә был һөнәр эйәләренә айырыуса хөрмәт һәм дан.


- Теүәллек, ҙур яуаплылыҡ талап ителә кран машинистарынан. Юғарынан ҙур ҡоролмаларҙы, ауыр деталдәрҙе йәтеш кенә эләктереп алып, кәрәкле урынға ҡуйырға тейешһең. Был ваҡытта һин аҫтағыларҙың именлеге хаҡында ла, ҡиммәтле йөгөңдөң теүәл булыуы тураһында ла хәстәрләйһең. Беҙҙең ҡыҙҙарға мәдхиә йыры бағышларға була, - ти йыйыу цехы начальнигы Хәлил Ғәлиев. Йор һүҙ өсөн тимәгеҙ, әйтелгәндәрҙе аңлау өсөн эштең барышын күреү етә. Юҡҡа ғына уларға хаҡлы ял иртәрәк тәғәйенләнмәй.

Ҡолғонала тыуып үҫкән Наилә Кәримова ла бала саҡтан үҙен завод-фабрика тирәһендә күрә. Стәрлетамаҡ училищеһында киң профилле аппаратсыға уҡып сыға, һуңғараҡ кран машинисы һөнәрен үҙләштерә. Ун биш йылдан ашыу “Витязь” заводында, хәҙер бына ун йыл “Иҙел Нефтемаш”та эшләй. Хеҙмәт кенәгәһенең артында “Иң яҡшы кран машинисы” тигән мисәт тә бар тинеләр кадрҙар бүлегендә. Һөнәр алдынғылығы конкурстарында күп йылдар еңеп килә Наилә Ғәфүр ҡыҙы.

- Был һөнәргә тотоноп китеү ниндәйҙер кимәлдә ҡыйыулыҡ талап итә, йәштәр килә икән, ҡурҡмағыҙ, тим, барыһына өйрәнәһең, тырышлыҡ, яуаплылыҡ ҡына кәрәк. Эшемдә хөрмәт итеп торалар, ирем Низам Ишбулды улы менән өс бала үҫтерҙек, йылдар бушҡа үтмәгән, - ти хеҙмәт алдынғыһы Наилә. – Ә тимер-томор араһында ла һөйкөмлө булып ҡалыу ҡатын-ҡыҙҙың үҙенән.




Фото: автор.


Читайте нас: