Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2018, 02:00

Йөрәк...

Йөрәк… 5 кенә хәрефтән торған ошо һүҙ ниндәй ҙур мәғәнәгә, ҡөҙрәткә эйә. Бөтә нәмә лә йөрәк аша үтә, йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнә. Һөйөү- һөйөлөү ҙә, тормошта яһалған тәүге аҙымдар ҙа, донъяға беренсе аңлы ҡараш та - бөтәһе лә, йөрәк аша үтеп, ысынбарлыҡҡа әйләнә,тормошҡа аша.

29 сентябрь - Бөтә Донъя йөрәк көнө



Йөрәк… 5 кенә хәрефтән торған ошо һүҙ ниндәй ҙур мәғәнәгә, ҡөҙрәткә эйә. Бөтә нәмә лә йөрәк аша үтә, йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнә. Һөйөү- һөйөлөү ҙә, тормошта яһалған тәүге аҙымдар ҙа, донъяға беренсе аңлы ҡараш та - бөтәһе лә, йөрәк аша үтеп, ысынбарлыҡҡа әйләнә,тормошҡа аша. Ҡуш усҡа ғына һыйған кеше йөрәге мөхәббәтте лә, шатлыҡ- ҡыуаныстарҙы ла, ҡайғы- хәсрәттәрҙе лә күтәрә ул. Донъялағы иң яҡын кешеләребеҙгә булған изге теләктәребеҙ ҙә, асыу- ярһыуҙарыбыҙ ҙа йөрәк аша үтә. Нисә быуат инде шағирҙар йөрәк тураһында йырҙар, шиғырҙар ижад итә, ялҡынлы һүҙҙәр ҙә тик йөрәк хаҡында.
Шағир Рәшит Назаров үҙ йөрәген дуҫтарына асып бирергә лә әҙер булған.


«Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде.

Һәм йомарлап устарыма,

Илттем уны дуҫтарыма".


Шағирә Фирүзә Абдуллина ла күп кенә шиғырҙарын йөрәккә арнай. Һөйөп- һөйөлөп йәшәгән кешеләрҙең йөрәктәре бергә тибә,ике йөрәк йәнәшә булғанда ғына шатлыҡ- ҡыуаныстар уртаҡ була, -ти ул.


“Ике йөрәк йәнәш тибә,
Аяҙ күктә ҡояш көлә,

Шашып- ярһып пар аттарҙа.

Шатлыҡ тейәп, һөйөү килә!»


Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим йөрәккә ошолай тип өндәшә:


“Ташлап киттең мине,йөрәгем.

Йөрәкһеҙ бар кемгә кәрәгем,

Гүйә, ҡашы төшкән йөҙөкмөн,

Аты йығып ҡасҡан егетмен”.


Ялҡынлы шағир Рәми Ғарипов өсөн дә йөрәк донъяла иң олоһо, иң көслөһө! «Йөрәгендә иң ҡәҙерлеһе – халҡы булмаған кеше кеше түгел. Кескәй генә йөрәгеңә бөтә донъя һыйһын – шунда ғына һин донъяның дуҫы бу¬лыр¬һың. Йөрәгенә донъяны һыйҙыр¬ған кеше бер ҡасан да үҙе өсөн генә йәшәй белмәҫ. Тик шул бер нәмәне генә белгән кеше – бәхетле кеше.”

Халыҡ йырында ла йөрәк үҙ урынын тапҡан.


«Эх, тала, тала, тала,

Тала ике беләгем.

Ниңә тала, ниңә яна

Икән минең йөрәгем?»


Нисек кенә булмаһын, йөрәк һәммәбеҙҙә лә дәртләнеп, янып- ярһып типһен! Изгелекле, игелекле булып, яҡындарыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡын- тирәләгеләргә йөрәк йылыһын йәлләмәйек! Иң мөһиме, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яратайыҡ!


“Йәшәгәс һин, йәшә яна-яна,

Йөрәк йәшәрә тик янғанда!”


Рәми Ғариповтың ошо шиғри юлдары һәммәбеҙгә лә яҡты маяҡ булып, юл күрһәтеп торһон ине! Йөрәк көнө менән һеҙҙе, хөрмәтле “Торатауҙар”.





Фото: pixabay.com


Читайте нас: