Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2018, 02:00

Һөнәренән уңған Илдус

Сибай тарафтарында тыуып үҫкән Илдус Рәхимовты “ИНМАН” акционер йәмғиәте Ишембай менән ғүмерлеккә бәйләй. Заводтың йыйыу производствоһында 5-се разрядлы механика йыйыу эштәре слесары хаҡында һөнәр оҫтаһы булараҡ ҡына һөйләү аҙ, өс бала үҫтергән атай ҙа ул.

30 сентябрь – Машина эшләүселәр көнө


Сибай тарафтарында тыуып үҫкән Илдус Рәхимовты “ИНМАН” акционер йәмғиәте Ишембай менән ғүмерлеккә бәйләй. Заводтың йыйыу производствоһында 5-се разрядлы механика йыйыу эштәре слесары хаҡында һөнәр оҫтаһы булараҡ ҡына һөйләү аҙ, өс бала үҫтергән атай ҙа ул.


- Сибай тау техникумын тамамлағандан һуң комсомол йүнәлтмәһе буйынса алыҫҡа китеп эшләп ҡайтырға ла тура килде. Ишембайҙы машиналар эшләүселәр ҡалаһы тип белгәс, күп уйлап торманым, күңел ошо яҡҡа тартты. “ИНМАН”ға 2000 йылда килдем. Өлкән улым Артур ҙа юлымды дауам итте, Кумертау авиация производствоһында эшләй, - ти Илдус Хөснөтдин улы.


Уҙған быуаттағы слесарь һөнәренән бөгөнгө заман оҫталарына ҡуйылған талап ныҡ айырыла. Һанлы программалы идара итеү станоктары үҙе бер техник мөғжизә кеүек ҡабул ителә. Программаһын яҙа, көйләй генә бел – ҡул аҫтыңдан һә тигәнсе ҡатмарлы деталдәр сыға.


- Заводта йәштәр күп, шуныһы һөйөндөрә, тимәк, эшсе һөнәрҙәргә йәш быуынды йәлеп итеп була. Аяғында ныҡ баҫып торған предприятие, лайыҡлы эш хаҡы, коллективтағы мөхит, белгәнеңдә генә туҡтап ҡалмай, һөнәрҙә үҫергә ярҙам итеү – быларҙың бөтәһе лә мөһим, - тип тә өҫтәне эшенән уңған замана машиналар эшләүсеһе. Һөнәри байрам уңайынан район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүселәр араһында бер төркөм хеҙмәттәштәре менән Илдус Хөснөтдин улы ла бар. Машиналар бына ошондай тырыш, булдыҡлы ир-егеттәребеҙ ҡулы менән эшләнә!




Фото: автор.



Читайте нас: