- Күкрәк артында көслө ауыртыу барлыҡҡа килә. Уның арҡаға, һул ҡулға, хатта аҫҡы яңаҡ һөйәгенә биреүе мөмкин. Ауыртыу 15 минуттан артып китә, нитроглицерин ярҙам итмәй, һыҙлау баҫылмай - ошондай билдә күҙәтелә икән, кисекмәҫтән ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк. Үтер тип түҙергә түгел, сөнки йөрәк менән шаярмайҙар. Был ваҡытта тәүге 3-4 сәғәт бигерәк тә хәүефле. Ауырыуҙар клиник үлем хәлендә килтерелеп, дефибриляция һәм реанимация сараларын уҙғарғандан һуң, терелтеп алған осраҡтар ҙа аҙ түгел. Ныҡ һуңлап килтерелгән ваҡытта медицина көсһөҙ. Был йәһәттән бигерәк тә ир-егеттәр үҙҙәренең һаулығына иғтибар итеп бармай, аҙаҡҡаса түҙеп йөрөй. Йәп-йәш кенә ир-егеттәрҙең донъя менән хушлашыуы бик үкенесле. Ваҡытында килһәләр, күңелһеҙ осраҡтар булмаҫ ине. Инфаркттың билдәләре булмауы ла мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы ваҡытта инфарктты медосмотр, диспансеризация мәлендә ЭКГ эшләгәндә асыҡлайҙар. Был осраҡта медсестра шунда уҡ табипты саҡыра, ауырыуҙы урынынан торғоҙмайҙар, ашығыс ярҙам саҡыртып, носилка менән йәһәтләп кардиология бүлегенә килтерәләр. Шуға ла сирҙе иҫкәртеү өсөн медицина тикшереүе уҙғарыу, ЭКГ эшләтеп тороу кәрәк. Һәм тағы ла бер мөһим кәңәш - табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы ғына эсергә. Кемдәндер ишетеп, йә берәй танышының уға нисек ярҙам итеүенә ҡарап контролһеҙ дарыу эсергә ярамай. Сөнки бер үк дарыу кемгәлер килешә, кемгәлер юҡ. Шуға анализдарға, тикшереүҙәргә ҡарап, һәр кемгә табип үҙенә кәрәкле дауалау тәғәйенләй.