Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2018, 02:00

Форумдан еңеү менән

Ошо көндәрҙә Калуга өлкәһендә үткән төрки йәштәренең “Төркиҙәр алтыны” III Бөтә Рәсәй форумынан Ишембай махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһы белгесе Ләйсән Һөйөндөкова ҙур уңыш менән ҡайтты.

Ошо көндәрҙә Калуга өлкәһендә үткән төрки йәштәренең “Төркиҙәр алтыны” III Бөтә Рәсәй форумынан Ишембай махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһы белгесе Ләйсән Һөйөндөкова ҙур уңыш менән ҡайтты.
Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен байытыуға, йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған форумға илебеҙҙең 20 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Тажиҡстан, Үзбәкстандан 147 егет-ҡыҙ йыйыла. Башҡортостандан бер төркөм йәштәр рәтендә Ләйсән дә ҙур сарала үҙенсәлекле уҡыу-тәрбиә учреждениеһы проектын яҡлай.
- Тойғолар, кисерештәр шул тиклем бай. Беҙҙең "СУВУ live" медиа үҙәге проекты, өс тиҫтәнән ашыу тәҡдим ителгән эш араһында иң уңышлы етәү иҫәбенә инеп, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Бариновтың дипломына лайыҡ булдыҡ. Ҡыҙҙар өсөн махсус училищела әлеге көндә 13 милләт вәкиле тәрбиәләнә. Үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе ҡыҙыҡтырырлыҡ көскә лә эйә булһын, милләт-ара татыулыҡҡа, бер-береңдең рухиәтен, мәҙәниәтен һанларға ла өйрәтһен тигән маҡсат менән училищела медиа үҙәк булдырҙыҡ – хәҙер ҡыҙҙар үҙҙәре гәзит сығара һәм телетапшырыуҙар әҙерләй, - тип уртаҡлашты Ләйсән Мәскәү тарафтарынан ҡайтыу менән. - Һәр милләткә бағышланған тематик сюжеттарға ҙур йөкмәтке һалына, уларҙың тәрбиә көсө ҙур, сөнки геройҙарыбыҙ – ҡыҙҙар үҙҙәре. Бик ҡыҙыҡһынып тотондолар, төрлө идеялары тыуып тора. Медиа үҙәктең бына ошо проекты ҙур баһа алды.
Дүрт көн дауамында йәштәр абруйлы эксперттар менән төрлө дискуссияларҙа ҡатнаша, бер-береһе менән аралашыуҙан да күп нәмә ала. Әйткәндәй, быға тиклем төрки йәштәре форумы ике йыл рәттән Өфөлә үтте. Форумдың тәүге йылында уҡ булдырылған Төрки йәштәре союзы төрлө илдәрҙән әүҙем йәштәрҙе, халыҡ һәм милләт-ара йәш белгестәрҙе берләштереүгә өлгәште.
Фото: Ләйсән Һөйөндөкова архивынан.
Читайте нас: