Ишембайҙа ла әле көҙгө йәрминкәләр бара. Ҡала баҙары эсендә махсус рәүештә булдырылған майҙансыҡта үткән шәмбе лә сауҙа ойошторолдо. Яҡынса 3 тоннанан ашыу картуф һатылған. Кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, һуған, һөт ризыҡтары алыусылар ҙа байтаҡ булған. Уҙған аҙнала 60-лап сауҙа нөктәһе ойошторолһа, уларҙың күпселеге - ишембайҙар, шулай уҡ Миәкә, Ауырғазынан - бал, Стәрлебаштан бәрәңге һатыусылар килгән.