Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2018, 02:00

Маҡар дауаханаһы тарихҡа инде

Танылған йәш режиссер Айнур Асҡаровтың ижади командаһы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары менән берлектә Маҡар ауылында “Өс таған” фильмы күренештәрен төшөрҙө.

Танылған йәш режиссер Айнур Асҡаровтың ижади командаһы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары менән берлектә Маҡар ауылында “Өс таған” фильмы күренештәрен төшөрҙө.


Мостай Кәримдең күренекле әҫәре буйынса фильм өҫтөндә эшләүселәр йәйен Торатау тирәһендә күренеп ҡалһа, был юлы кино тарихына Маҡар участка дауаханаһы инде. 1920 йылдар аҙағында (!) һалынған бина үҙенең төҙөлөшө, эске мөхитендә уҙған быуат үҙенсәлектәре һаҡланыуы менән йәлеп итә. “Бындай тарихи биналар хәҙер бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалған, дауахана коллективы кино төшөрөү мәшәҡәттәрен аңлап ҡабул итте, ҡулдан килгәнсә ярҙам итте, барыһына ла ҙур рәхмәт!” - ти фильм режиссеры Айнур Асҡаров. Шулай итеп, “Өс таған”да, бәлки, маҡарҙар ҙа күренеп ҡалыр, фильмдың экрандарға сығыуын көтәйек.





Читайте нас: