Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2018, 02:00

ИКМӘКТЕ ЕР УҢДЫРМАЙ - ИР УҢДЫРА

Ишембай районы игенселәре ураҡ эштәрен тамамлау алдында. Бөгөнгө көнгә 90 процент майҙандан 37 мең тонна тирәһе уңыш йыйып алынған. Гектар ҡеүәте 20,6 центнер тәшкил итә.

Ир-егеттәребеҙҙең тире менән һуғарылған еребеҙ быйыл да һынатманы.

Ишембай районы игенселәре ураҡ эштәрен тамамлау алдында. Бөгөнгө көнгә 90 процент майҙандан 37 мең тонна тирәһе уңыш йыйып алынған. Гектар ҡеүәте 20,6 центнер тәшкил итә.


Район баҫыуҙарында ярауай бойҙай, тары һәм ҡарабойҙай культуралары ҡалған. Бөртөклөләрҙән тулайым 38500 тонна уңыш алыу планлаштырылһа, игенселәр билдәләнгән маҡсатҡа етеп бара.

“Победа”, “Салауат”, “Интернационал”, “Правда”, “Лейтер”, “Искән-дәров”, “Хөснөтдинов” кеүек хужалыҡтар иген баҫыуҙарында уңыш йыйыуҙы тәүгеләрҙән булып теүәлләп ҡуйған. “Лейтер” һәм “Победа” иң күп ашлыҡ һуғып алыу буйынса алдынғылыҡты биләһә, уңыш ҡеүәте буйынса әлеге ике хужалыҡтан тыш “Искәндәров” хеҙмәтсәндәре алғы һыҙыҡта. Был хужалыҡтарҙа бөртөклөләрҙең гектар уңышы 25 центнерҙан артып китә, ә ҡайһы бер яландарҙа был күрһәткес 35-40 центнерға етә.


Ишембай мәғлүмәт консультация үҙәгенең баш агрономы Фәүзиә Ғилманова ярауайҙарға ҡарағанда ужым культураларының уңышы юғары булыуын да әйтте.

- Район хужалыҡтарында ужымдың гектар ҡеүәте уртаса 24,6 центнер булды. “Победа”, ”Интернационал”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә, “Лейтер”, “Искәндәров”, ”Едих” крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында был күрһәткес 30 центнерҙан да артып китте. Ҡарабойҙай өсөн генә йыл уңайлы килмәне. Сәскә атҡан мәлендә көндәрҙең һалҡынлығы был культураға кире йоғонто яһаны. Шуға уңыш та самалы булды, гектарынан - 8,6 центнер тирәһе, - тине ул.


“Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә” тигәндәй, киләһе йыл сәсеү өсөн бөртөклөләрҙең орлоғо бөгөндән хәстәрләнә. Әлегә 80 процент тирәһе орлоҡ һалынған.

Ужым культураларын ваҡытында сәсеү ҙә алдағы йылдың уңышы өсөн эшләнә. Барлығы быйыл ужым планы 6800 гектар булһа, әлегә 5660 гектар тирәһендә, йәғни, 83 процент майҙанда сәсеү башҡарылған. Баш агроном билдәләүенсә, төп иғтибар ужым бойҙайына йүнәлтелә. Бынан тыш, 1 меңләп гектарҙы ужым арышы, 425 гектарҙы шипкән (рыжик) биләйәсәк.


Техник культураларҙан әле рапсты йыйыу дауам итә. Ул 300 гектар тирәһе майҙанды биләй, яртыһынан уңыш йыйып алынған. Көнбағыш баҫыуҙарына саҡ ҡына һуңғараҡ төшөү ниәтләнә.

Ерҙе көҙҙән туңға һөрөү, элиталы орлоҡтар алыу, баҫыуҙарға минераль ашламалар индереү – әлбиттә, былар барыһы ла юғары уңыш нигеҙен тәшкил итә. Бынан тыш, заманса техника эште сифатлы итеп алып барыуға, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға булышлыҡ итә.


Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш инженеры Илсур Ғәлиуллин быйыл район хужалыҡтарының 18 берәмек техника алыуы тураһында әйтте, уларҙың етәүһе - иген йыйыу комбайндары, берәүһе - үҙ йөрөшлө сапҡыс, ике трактор һәм башҡа ауыл хужалығы машиналары, ҡорамалдары.


- Заманса техника бер нисә операцияны башҡара алыуы менән дә отошло. Мәҫәлән, сәсеү комплекстары ерҙе лә культивациялай, сәсә лә, ашлама ла индерә, тырмата ла, - тип һөйләне баш инженер.


Техника ла хужаларса мөнәсәбәт талап итә. Уларҙы ваҡытында ҡарап, көйләп, төҙөкләп торғанда, ул тағы
ла оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк. Баҫыуҙарҙа эш тамамланыу менән 1 октябрҙән ремонт миҙгеле башланасаҡ.




Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.


Читайте нас: