- Китапханала эшләй башлағанымда халыҡ сират тороп китап ала, күп уҡый ине. Совет, сит ил классиктары ҡулдан-ҡулға йөрөнө. Уҡыу залдары туп-тулы була торғайны. Шунан бер дәүер ил кисергән иҡтисади ауырлыҡтар рухи ынтылыштарҙа ла сағылды. Яңы быуын йәштәрендә баҫма һүҙгә ниндәйҙер битарафлыҡ тойолдо. Әммә әлеге китап уҡыусылар, китапхана мөмкинлектәре өсөн ихлас һөйөнәм. Бөгөн йәнең теләгән китапты, баҫмамы, электрон варианттамы, табып уҡырға була. Интернет селтәре лә уҡыйым тигән кешегә бик күп юлдар аса. Китапханаларҙағы заманса техник мөмкинлектәр сараларҙы мауыҡтырғыс, йөкмәткеле итеп ойоштороуға булышлыҡ итә. Мәктәп уҡыусылары бик әүҙемләште, уҡыу программаһы буйынса әҫәрҙәрҙе баҫма китап аша уҡырға теләйҙәр. Ҡулға алған китаптың йылыһы ҡала, тойғолар байыраҡ була тиҙәр, бик дөрөҫ был.