Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2018, 02:00

СӘРХҮШ БУЛҒАНСЫ СӘЙХУР БУЛ!

Изге ниәтле, башҡалар хаҡында хәстәрле, ҡылған ғәмәлдәренең сауабы хаҡында уйланған кешеләр арабыҙҙа күберәк булған һайын йәшәүе еңелерәк, йәмлерәк. Ҡалабыҙҙа үҙенсәлекле сауҙа нөктәһе асып, яҡташтарға сәләмәтлекте нығытыусы мең дә бер төрлө сәй алыу мөмкинлеген булдырған Шәрифә НИҒМӘТУЛЛИНА менән аралашҡандан һуң ошо уй тағы ла нығынды.

Изге ниәтле, башҡалар хаҡында хәстәрле, ҡылған ғәмәлдәренең сауабы хаҡында уйланған кешеләр арабыҙҙа күберәк булған һайын йәшәүе еңелерәк, йәмлерәк. Ҡалабыҙҙа үҙенсәлекле сауҙа нөктәһе асып, яҡташтарға сәләмәтлекте нығытыусы мең дә бер төрлө сәй алыу мөмкинлеген булдырған Шәрифә НИҒМӘТУЛЛИНА менән аралашҡандан һуң ошо уй тағы ла нығынды.


- Халҡыбыҙ элек-электән файҙалы үләндәр, төрлө сәйҙәр менән дауаланыу ысулдары хаҡында белемле булған. Дини тәғлимәт менән бергә ингән, ҡәҙерләп һаҡланған, ҡулланылған ул. Әммә был белемдәрҙең тормоштан ҡыҫырыҡлап сығарыла барыуы, бөтә нәмәне дарыу төймәһенә тапшырып ҡуйыу менән барыбыҙ ҙа сәләмәт булып китмәнек, киреһенсә, ябай ғына сирҙәрҙе лә ҙурға ебәрәбеҙ, - ти Шәрифә Ҡәҙир ҡыҙы. Килешмәй булмай. Оҙаҡ йылдар химия фәненән уҡытҡан, Биксән мәктәбен етәкләгән, тормош иптәше Әнүәр ағай менән бергә оло яҙмыш һынауын сабыр күтәргән Шәрифә апайҙы күптәребеҙ белә. Районыбыҙҙың лайыҡлы ғаиләләренең береһе улар. Уҡымышлы, ижади парҙың заман менән бергә атлауы, тормош ауырлыҡтарына бирешмәүе, башҡаларға таяныс була белеүе һоҡландыра. Дауалау көсөнә эйә сәйҙәр менән сауҙа итеүгә тотоноп китеүҙәре лә осраҡлы түгел. Тормошта, ғөмүмән, бер нәмә лә осраҡлы түгел тиҙәр – шатлығы ла, юғалтыу-табыштары ла.


- Аллаһы Тәғәлә асҡан юл тип ҡабул итәм, - ти намаҙға баҫҡан замандашыбыҙ был хаҡта. - Сер түгел, юл фажиғәһендә ғәзиздәребеҙҙе юғалтыу сәләмәтлегемде ныҡ ҡаҡшатты, йөрәккә бирҙе. Шәкәр диабеты ла өҫтәлде. Ауыр саҡта Хоҙайға һыйынабыҙ, күберәк дини китаптар уҡый башланым, сөннә буйынса дауалау ысулдары менән ҡыҙыҡһындым. Шәкәрҙе контролдә тотоу өсөн Хельба сәйен эсә башланым. Урыҫса уны пажитник, грек бесәне тиҙәр, шамбала тигән атамаһы ла бар. Бөйөк пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм “Үҙегеҙҙе хельба менән дауалағыҙ!” тип әйткән. Әгәр ҙә кешеләр уның ни тиклем файҙалы булыуы хаҡында белһә, алтын хаҡына ла алырға риза булыр ине, тигән һүҙҙәр ҙә килтерелә дини китаптарҙа. Әсәйем дә, атайым да хажиҙары булған дини нәҫелдән, шуғалыр ҙа үҙемә яйлап асылған белемдәрҙе нисектер тәбиғи ҡабул иттем. Туған тейешле Рәзилә Шәрипова Стәрлетамаҡта ошондай сәйҙәрҙе һата ине. Мин уға был эште башлап ебәреүҙә ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтле. Ишембайҙа уның тағы бер нөктәһен асып, мин унда һатыусы сифатында ғына эшләп ҡараным. Яҡындарым, ейән-ейәнсәрҙәрем, күңелемә бик яҡын эш булыуын күреп, үҙебеҙҙең ошондай нөктә асыу ниәтен күтәреп алды.

Эшеңдең кешеләргә файҙа килтереүен күреү ҙур бәхеттер ул. Бығаса уҡып, ишетеп кенә белгән ҙур көскә эйә сәйҙәр, Өфөнөң “Башҡортосатн үләндәре” продукцияһы, спиртһыҙ бальзамдары, төрлө тәмләткестәр, динебеҙгә хас биҙәлгән һауыт-һаба, яҡындарыбыҙға байрамдарҙа бүләк итеп булған махсус яҙыулы, матур ҡаплы затлы сәйҙәр - сәләмәтлек өсөн дә, күңел өсөн дә бындағы әйберҙәр. Балалар тәрбиәләүҙә, ир-ҡатын мөнәсәбәттәрендә кәңәш булырҙай заманса биҙәлгән дини баҫмалар ҙа булыуы шатландырҙы. “Иртәнге намаҙымды уҡығанда, Хоҙай Тәғәләм, бөгөн бер кешегә генә булһа ла изгелегем тейһә ине, сауаплы булырға яҙһа ине, тип теләйем”, - тигәйне Шәрифә апай. Хаҡ ҡуйыуға, ташламаларға килгәндә лә, унан күп йүнселдәр ҡолаҡ һалырға тейеш фәһем ишеттем.


“Сәй мөғжизәһе”. Тап ошолай атала Ленин проспекты, 33 а адресы буйынса үҙәк баҙарға ҡараған сауҙа рәттәрендә асылған һатыу урыны. Йәнең теләгән сәй төрө бөгөн юҡ икән, заказ бирергә була, яҡын арала килтереү әмәлен табасаҡтар. Һорашып белешер өсөн телефонын да яҙып ҡуйығыҙ - 8 917-49-25-271.


Сәйҙән айырылғыһыҙ халҡыбыҙ уның файҙалырағын, сәләмәт, оҙон ғүмерле булыуға хеҙмәт иткәнен эсергә өйрәнһен ине. Шәрифә Ҡәҙир ҡыҙының изге теләге тормошҡа ашмай ҡалмаҫ.





Фото: автор.




Реклама.


Читайте нас: