Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2018, 02:00

Эштең ауыры улар иңендә

16 сентябрь – Урман хеҙмәткәрҙәре көнө

16 сентябрь – Урман хеҙмәткәрҙәре көнө


“Маҡар урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһының Шихан участкаһы коллективы ла һөнәри байрамдарын лайыҡлы ҡаршылай.


Участканың өлкән мастеры Руслан Баҡыев әйтеүенсә, коллектив ҙур булмаһа ла, берҙәм. Ағас ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, киҫеү эштәрен алып баралар. Петровск ауылындағы таҡта ярыу цехында ла эштәре гөрләп тора. Беҙ Илшат Фәтҡуллин менән Тәлғәт Баймөхәмәтовты таҡта ярған саҡтарында тап иттек. Тәлғәт ағайҙың урман хужалығында эшләү тәжрибәһе байтаҡ булып киткән, 10 йылдан ашыу ошо тармаҡта хеҙмәт итә.


Кран-манипулятор руле артына ултырып йыуан-йыуан бүрәнәләрҙе уйынсыҡ һымаҡ ҡына арбанан бушатҡан водитель Азат Исмәғилев булып сыҡты. Ул да үҙ эшенең нескәлектәрен белеп бөткән, ағастарҙы тейәү булһынмы, бушатыумы, “һә” тигәнсә башҡарып ҡуя.


- Атайым да водитель булды. Шуға миндә лә ошо һөнәргә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Эшемдән ҡәнәғәтмен, һөнәрем үҙемә оҡшай, - тип һөйләне руль артында байтаҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплаған белгес. Тыумышы менән Йәнырыҫтан булған егет, ғаиләһе менән Петровскиҙа төпләнеп, ауыл тормошон үҙ итеп, баҡса үҫтереп, мал ҡарап донъя көтә.


Урман хужалығында тир түгеүсе был хеҙмәтсәндәр менән әллә ни оҙаҡ һөйләшергә тура килмәне. Шулай ҙа коллективтағы үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәт тойолмай ҡалманы.

“Урман эше ауыр. Артабан да берҙәм булып, бәлә-ҡазаһыҙ эшләргә яҙһын”, - тигән теләктәр әйтте улар хеҙмәттәштәренә һөнәри байрамдары уңайынан.



Фото: автор.


Читайте нас: